Азат, көньяҡтан ҡайтҡас, миңә килерһеңме?
Азат, когда вернешься с юга, придешь ко мне?
1.
Көньяҡ – юг, южный
Көнсығыш – восток, восточный
Көнбайыш – запад, западный
Төньяҡ – север, северный
Көньяҡта ял итеү – отдыхать на юге
Көньяҡ полюс – Южный полюс
Төньяҡ полюс - Северный полюс
а)
Башҡортостан Көньяҡ Уралда.
Екатеринбург Төньяҡ Уралда.
Көнсығыш Европа.
Көнбайыш Европа.б)
–Башҡортостан ҡайҙа?
-Көньяҡ Уралда.
-Махачкала ҡайҙа?
-Төньяҡ Кавказда.в)
–Көньяҡ Полюста нимә бар?
-Белмәйем.
-Көньяҡ Полюста нимә бар?
-Пингвиндар бар.
2.
Көньяҡтан ҡайтҡас. – Когда с юга вернешься.
Ҡайт – вернись, ҡайтҡас- когда вернешься (вернувшись)
Кит – уходи, киткәс – уходя
Әйт – скажи, әйткәс – сказавши
Яҙ – напиши, яҙғас – написав
Ярат – люби, яратҡас – коль любишь (любя)
Бел – знай, белгәс – коль знаешь
Йәшә - живи, йәшәгәс – коль живешь
-ҡас /-кәс, -ғас/-гәс – аффиксы деепричастия прошедшего времени
барғас, әйтер – скажет, когда придет
килгәс, эшләр – сделает, когда придет
3.
Килеп сыҡ – заходи
Кил – приходи, килеп – приходя
Кит – уходи, китеп – уходя
Йәшә - живи, йәшәп – живя
Бар – иди, барып – идя
Әйт – говори, әйтеп – говоря
Ин – заходи, инеп – заходя
Ултыр – сиди, ултырып – сидя
Ят – лежи, ятып – лежа
а)
-ып/-еп/-п – аффиксы депричастия настоящего времени
килеп – придя, китеп – уходяб)
Азат, беҙгә инеп сыҡ.
Азамат, беҙгә килеп ҡайт.
Ямал илап ебәрҙе.в)
Форма на –а/-ә, -ып/-еп/-п, употребляясь со вспомогательными глаголами, выражают целостное значение степени совершения действия или модальное значение. Ул килеп торҙо – Он встал. Мин йырлап ебәрҙем. – Я запела.г)
Тороп тор. – Подожди.
Алып бир. – Дай.
Ятып тор. – Лежи.
Ашап ал. – Покушай.
4.
Киткәнсе эшлә. – До ухода, сделай.
Кит – уходи, киткәнсе – до ухода
Ят – ложись, ятҡансы – до того, как лег
Кил – приходи, килгәнсе – до прихода
Йәшә - живи,йәшәгәнсе – как жил
а)
Йәшәгәнсе, йәшә. – Живи, пока живешь.
Ашағансы, аша. – Ешь, пока кушается.
Яратҡансы, ярат. – Люби, пока любится.б)
–Мин киткәнсе, тор. – Встань до моего ухода.
-Ул ятҡансы, эшлә. – Работай, пока он не лег.
-Бала ашағансы, күрһәтмә. – Не показывай, пока ребенок ест.в)
-ғансы/-гәнсе, -ғанса/-гәнсә, -ҡансы/-кәнсе, -ҡанса/-кәнсә - аффиксы деепричастия будущего времени.
Бөткәнсе аша – ешь, пока не кончится (до конца)
Үлгәнсе, йәшә - живи, пока не умрешьг)
Әсәй ҡайтҡансы, мин киттем.
Ул торғансы, сәй эстек.
5.
Азат шатлыҡтан йырлай башланы. –Азат от радости запел.
Шатлыҡ – радость
Шатлыҡтан йырлай – поет от радости
Шатлыҡтан илай – плачет от радости
а)
Шатлыҡтан йырлай башланы.
Шатлыҡтан илай башланы.
Мин шатлыҡтан йырлай башланым.б)
Илай башлау – заплакать
Йырлай башлау – запеть
Уйнай башлау – заиграть
Көлә башлау – засмеяться
Аҡһай башлау – захромать
Яна башлау – загореться
Бейей башлау – заплясать
Ҡысҡыра башлау – закричать
Өрә башлау – залаятьв)
Деепричастие на –а/-й обозначает начало действия
(уйнай башлау – заиграть)г)
Бала илай башланы.
Эт өрә башланы.
Усаҡта ут яна башланы.
Мәҙинә йырлай башланы.д)
Диңгеҙҙе күргәс, ул йырлай башланы.
Көньяҡҡа килгәс, ул йырлай башланы.
Көнбайышта ут яна башланы.
Эт көньяҡҡа ҡарап өрә башланы.
6.
Күнегеүҙәр.
а)
Ответьте на вопросы.
Башҡортостан Уралдың көньяғындамы?
Көньяҡ Полюстан Башҡортостан алыҫмы?
Көнбайышта ниндәй илдәр бар?
Төньяҡта ниндәй диңгеҙҙәр бар?
Көнсығышта нндәй халыҡтар йәшәй?
Башҡорттар ҡайҙа йәшәй?
Көньяҡта ял иткәнең бармы?
Ҡайҙа ял иттегеҙ?
Көньяҡта ял итеү ҡыйбатмы?
Ниндәй диңгеҙҙә ял иттегеҙ?
Диңгеҙ шәпме?
Диңгеҙгә ҡасан барасаҡһығыҙ?
Төньяҡта янып буламы?
Төньяҡ Полюста йәшәп буламы?б)
Составьте предложения.
Мин, ял, көньяҡ, яратам, итергә.
Ул, каникул, көньяҡ, итә, Башҡортостан, ял.
Пингвиндар, Полюс, Көньяҡ, йәшәй.
Диңгеҙ, мин, яратам, йөҙөргә.
Әхәт, яратмай, күл, йөҙөргә.
Әмир, эшләй, ял, көньяҡ, киткәнсе.
Азат, миңә, кил, ҡайтҡас, Полюс, Төньяҡ.
Көнсығыш, күргем, илдәр, килә.
Диңгеҙ, йырлай, ебәр, күргәс, мин.
Көньяҡта, океан, ниндәй, бар?в)
Переведите.
Көньяҡтан төньяҡҡа осто.
Ул көнсығышта күп булды.
Рәсәй көнсығыш Европала.
Евразияла нидәй илдәр бар?
Азат көньяҡтан ҡайтҡас, ауылға китте.
Көнбайыш Европа илдәренән ҡайтҡас Азат беҙгә килде.
Каникулға киткәнсе, Азат карта өйрәнде.
7.
Диалогтар.
а)
–Алло!
-Алло!
-Азат, Норвегия ҡайҙа?
-Төньяҡ Европала.
-Ә Франция?
-Көнбайыш Европала.
-Рәсәй ҡайҙа?
-Евразияла.
-Афарин! Шәп!
-Рәхмәт, маҡтағаның өсөн.б)
–Алло!
-Алло!
-Әлиә, һин ҡайҙа булдың?
-Ҡара диңгеҙҙә.
-Унда нимә эшләнең?
-Ял иттем, диңгеҙҙә йөҙҙөм.
-Шулаймы ни?
-Эйе, ә һин каникулда ҡайҙа булдың?
-Мин дә көньяҡта.
-Унда ҡайҙа?
-Көньяҡ Башҡортостанда, Күгәрсендә.
-Унда нимә эшләнең?
-Көтөү көттөм.
-Шулаймы ни?
-Шулай, аҡса эшләнем.
-Афарин. Ә мин аҡса бөтөрҙөм.
-Бик шәп икән!в)
–Алло!
-Алло!
-Азат, һин ҡайҙа?
-Байҡалда.
-Шулаймы?
-Шулай!
-Унда нимә бар?
-Матурлыҡ бар.
-Һин ял йортондамы?
-Юҡ, мин туристар менән.
-Ҡыҙыҡ.
-Бик ҡыҙыҡ.
-Ҡайтҡас, миңә килеп сыҡ, һөйләрһең.
-Ярай.
-Унда киткәнсе, миңә килһәң, бергә китер инек.
-Ярай, киләһе йыл бергә барырбыҙ.
-Бәлки ...
-Ярай, һау бул.
-Һау бул.г)
-Әсәй, быйыл көньяҡҡа барабыҙмы?
-Юҡ.
-Ниңә?
-Аҡса юҡ.
-Ә ҡасан була?
-Икенсе йылға булыр.
-Икенсе йыл диңгеҙгә барырбыҙмы?
-Бәлки.
-Ниңә бәлки?
-Белмәйем, нимә булырын.
-Ә һин алла бойорһа барырбыҙ, тип әйт.
-Ярай, барырбыҙ, алла бойорһа.
8.
Коммуникатив заданиелар
Составьте план на летние каникулы.
Опишите свое пребывание в Западной Европе.
Спросите друга об отдыхе на море.
Узнайте у друга как море, солнце, погода в Ялте.
Распросите в агенстве об отдыхе на Мертвом море, Канарских островах, Средиземном море, в Крыму, Испании.