Азат, һин бәхетле кешеме?
Азат, ты счастливый человек?
1.
Кеше - человек
Был кеше. – Этот человек.
Бер кеше. – Какой-то человек.
Биш кеше. – 5 человек.
Ниндәй кеше? – Какой человек?
Яҡшы кеше. – Хороший человек.
а)
–Ул ниндәй кеше?
-Яҡшы.
-Азат бәхетле кешеме?
-Эйе.б)
–Ҡайҙа ул кеше?
-Бына.
-Был кеше кем?
-Айрат.
2.
–лы/-ле – эти аффиксы, присоединяясь к существительным, образуют прилагательные
бәхет – бәхетле – счастливый
аҡыл – аҡыллы – умный
намыҫ – намыҫлы – честный
тоҙ – тоҙло – соленый
тәм – тәмле – вкусный
3.
Ул ниндәй кеше? – Какой он человек?
Эшсән – трудолюбивый
Ялҡау – ленивый
Тырыш – старательный
Йомарт – щедрый
Һаран- жадный
Уҫал – злой
а)
–Ул йомарт кешеме?
-Эйе.
-Ул уҫал кешеме?
-Юҡ.б)
–Ул уҫалмы?
-Түгел.
-Ул һаранмы?
-Юҡ.
4.
Ул шундай шәп кеше! – Он такой хороший человек!
Шундай – такой
Шундай кеше – такой человек
Шундай шәп – такой хороший
а)
Азат шундай кеше.
Марина шундай ҡыҙ.б)
Алмаз шундай шәп!
Ирина шундай матур ҡыҙ!в)
Азамат шундай аҡыллы!
Ғәлиә шундай тыйнаҡ!
5.
Асия матурмы? – Асия красивая?
Матур – красивый, матур ҡыҙ – красивая девушка
Нәфис – изящный, нәфис бил – изящная талия
Зифа – стройный, зифа буй – стройный стан
Һылыу – красивый, һылыу ҡатын – красивая женщина
а)
–Асия матурмы?
-Эйе.
-Гүзәл һылыумы?
-Һылыу.б)
–Кем матур?
-Асия.
-Кем һылыу?
-Гүзәл.в)
–Айгөл матур ҡыҙмы?
-Эйе.
-Гүзәл һылыу ҡыҙмы?
-Бик һылыу.
6.
Алма ҡара сәсле, ҡара күҙле, аҡ йөҙлө, һомғол буйлы ҡыҙ. – Алма черноволосая, черноглазая, светлолицая, стройная девушка.
Сәс – волос
Йөҙ – лицо
Буй - стан
а)
Ҡара сәс – черные волосы
Һары сәс – светлые волосы
Ҡара сәсле – черноволосый
Һары сәсле – светловолосый
Бөҙрә сәс – кудрявый волос
Бөҙрә сәсле – кудрявый
Сал сәс – седой волос
Сал сәсле – седовласый
Ҡыҫҡа сәс – короткий волос
Ҡыҫҡа сәсле – коротковолосая
Оҙон сәс – длинный волос
Оҙон сәсле – длинноволосаяб)
Ҡара күҙ – черные глаза
Ҡара күҙле – черноглазый
Зәңгәр күҙ – голубые глаза
Зәңгәр күҙле – голубоглазый
Йәшел күҙ – зеленые глаза
Йәшел күҙле – зеленоглазый
Ҡуңыр күҙ – карие глаза
Ҡуңыр күҙле – кариглазаяв)
Аҡ йөҙ – светлое лицо
Аҡ йөҙлө - светлолицая
Ҡуңыр йөҙ – смуглое лицо
Ҡуңыр йөҙлө - смуглолицая (смуглянка)г)
Һомғол буй – стройный стан
Һомғол буйлы – грациозная
Оҙон буй – высокий рост
Оҙон буйлы – высокого роста
Ҡыҫҡа буй – низкий рост
Ҡыҫҡа буйлы – низкого ростад)
Нурия аҡ йөҙлө, ҡуңыр күҙле, ҡара сәсле ҡыҙ.
Ольга аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, һары сәсле ҡыҙ.е)
–Азат һары сәслеме?
-Юҡ.
-Азаттың күҙе йәшелме?
-Эйе.
-Алма оҙон ҡара сәслеме?
-Юҡ.
-Юлия ҡыҫҡа һары сәслеме?
-Эйе.
-Әлиәнең күҙе ниндәй?
-Ҡуңыр.
-Ҡара оҙон сәсле ҡыҙ кем?
-Зөлфиә.
-Йәш матур ҡыҙ кем?
-Гөлнәзирә.
-Оҙон ҡара сәсле матур егет кем?
-Тимур.
-Һары бөҙрә сәсле егет Алешамы?
-Эйе.
7.
Һимеҙ, пеләш башлы ағай кем?
Һимеҙ - жирный, толстый
Ябыҡ – худой
Йәш – молодой
Ҡарт - старый
Пеләш – лысый
а)
Һимеҙ кеше.
Ябыҡ егет.
Йәш ҡыҙ.
Ҡарт кеше.
Пеләш баш.б)
–Был һимеҙ кеше кем?
-Ғәли ағай.
-Теге ябыҡ егет кем?
-Ришат.
-Был ҡарт һимеҙ ағай кем?
-Нурсолтан ағай.
-Йәш һомғол ҡыҙ кем?
-Әнисә.
8.
Күнегеүҙәр.
а)
Переведите.
Әсәйем ҡара күҙле, ҡыҫҡа буйлы.
Атайым йәшел күҙле, оҙон буйлы.
Нур ниндәй кеше?
Ул аҡыллы, матур, эшсән кеше.
Әлиә һомғол, матур, тыйнаҡ ҡыҙ.б)
Ответьте на вопросы.
Был ниндәй кеше?
Ул яҡшы кешеме?
Ул ялҡаумы?
Кем намыҫлы?
Бында бәхетле кеше бармы?
Кем бәхетле?
Ул шәп кешеме?
Марина ниндәй ҡыҙ?
Азат, һин бәхетле кешеме?
Асия матурмы?
Кем матур түгел?
Ҡыҙҙар ниңә матур?
Денис ҡара сәслеме?
Юлай зәңгәр күҙлеме?в)
Составьте предложения.
Күк, күҙ, аҡ йөҙ, ҡыҙ, кем.
Кемдең, күҙ, ҡара, буй, оҙон, сәс, ҡуңыр.
Мирас, кеше, аҡыл,намыҫ.
Ул, намыҫһыҙ, кеше, уҫал.г)
Объясните пословицу.
Аҡыллы өйрәнер, наҙан өйрәтер.
Бер яҡшы ҡыҙ ете улға тора.д)
Выучите стихотворение
Тыңлауһыҙ
Әсәһе:
-Шаяраһың бер туҡтауһыҙ,
Тыңлауһыҙ бала!
Сәскәйем ағарыр инде
Һинең арҡала...
Ҡалтай:
-Һин дә, әсәй, бик тыңлауһыҙ
Булғанһың икән:
Өләсәйемдең сәсе лә
Ағарып бөткән!е)
Прочитайте, переведите, выучите песню.
Шайморатов генерал
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал.
Шайморатов яу ҡырында
Дошмандарҙы көл иткән;
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән.
Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың, Урал;
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.
Ҡадир Даян
9.
Диалогтар.
а)
–Сәләм, Гүзәл!
-Сәләм, Нәфисә!
-“Һылыуҡай”ҙа кем еңгән?
-Оҙон ҡара сәсле, аҡ йөҙлө, йәшел күҙле ҡыҙ.
-Матур ҡыҙмы?
-Матур.
-Аҡыллымы?
-Түгел. Сәсе оҙондоң, аҡылы ҡыҫҡа бит.б)
–Айнур, һин бәхетлеме?
-Белмәйем, ә һин?
-Мин бәхетле.
-Ни өсөн?
-Сөнки мин матур, сәсем һары, күҙем күк, буйым оҙон.
-Шул матурмы?
-Эйе.
-Ҡыҙыҡ.в)
–Алло!
-Алло!
-Был танышыу бюроһымы?
-Эйе.
-Миңә матур, һомғол, аҡ йөҙлө, ҡара күҙле 18 йәшлек ҡыҙ кәрәк.
-Һеҙгә нисә йәш?
-Алтмыш.
-Нисә көнгә?
-Ғүмерлеккә!
-Аһ-аһ-аһ!
10.
Коммуникатив заданиелар
Расскажите о внешности вашей мамы.
Расскажите о внутренних и внешних качествах вашего друга, подруги.
В чем счастье, расскажите.
Вы счастливы, дайте обоснование.
Ваша подруга красивая, обоснуйте.
Ваш дедушка какой человек, опишите.
Поговорите с другом о красоте девушки.
Поговорите с подругой о красоте мужчины.
Богатство дает счастье, объясните.
Как понять выражение “Не в деньгах счастье, а в его количестве”.