Азат, нимә булды?

Азат, что случилось?

1.
Нимә булды? – Что случилось?
Һиңә нимә булды?
Уға нимә булды?
Уларға нимә булды?

2.
Баш ауырта. – Голова болит.
Башы ауырта. – У него голова болит.
Минең башым ауырта.
Башым ауыртмай.

3.
Баш – голова
аяҡ – нога
ҡул – рука
күҙ – глаз
ҡолаҡ – ухо
ауыҙ – рот
теш – зуб
тел – язык
бармаҡ – палец
ауырта – болит
һыҙлай – ноет, ломит

а)
Аяҡ ауырта.
Ҡул һыҙлай.
Күҙем һыҙлай.
Ҡолаҡ һыҙлай.
Теш һыҙлай.
Бармаҡ ауырта.

б)
Быйыл аяҡтарым һыҙлай.
Төндә тешем һыҙланы.
Бер аҙна ҡолағым һыҙлай.

в)
–Һинең башың ауыртамы?
-Эйе.
-Уның ҡулы һыҙлаймы?
-Юҡ.
-Тешең һыҙлаймы?
-Һыҙламай.

4.
Табибҡа бар. – Иди к врачу.
Табип – врач
Күҙ табибы – окулист
Ҡолаҡ табибы – лор врач
Теш врачы – стоматолог

а)
-Әсәй, тешем һыҙлай.
-Табибҡа бар, улым.

б)
-Әсәй, күҙем ауырта.
-Күҙ табибына барайыҡ, улым.

в)
–Миңә ҡолаҡ табибы кәрәк.
-Унынсы кабинетҡа бар.

г)
–Бөгөн хирург буламы?
-Була.

д)
–Сәғәт нисәлә теш врачы була?
-Сәғәт унда.

5.
Регистратура ҡайҙа? – Где регистратура?

а)
Регистратураға бар.
Регистратура эшләйме?

б)
–Регистратура ҡайҙа?
-Бында.

в)
–Регистратура бындамы?
-Эйе.

г)
–Һин регистратураламы?
-Юҡ.

д)
–Был регистратура түгелме?
-Түгел.

е)
–Регистратура нисек эшләй?
-Сәғәт һигеҙҙән эшләй.

6.
Үҫмерҙәр кабинеты ҡайҙа? – Где подростковый кабинет?
Үҫмер – подросток
Үҫмерҙәр кабинеты – подростковый кабинет

а)
Үҫмерҙәр кабинеты ҡайҙа?
Үҫмерҙәр кабинеты бындамы?
Үҫмерҙәр кабинеты нисек эшләй?

б)
–Үҫмерҙәр кабинеты ҡайҙа?
-Бында.
-Үҫмерҙәр кабинеты бындамы?
-Эйе.

в)
–Үҫмерҙәр табибы нисек эшләй?
-Сәғәт һигеҙҙән.

7.
Дарыу кәрәк. – Необходимо лекарство.
Дарыулау – лечить
Дарыу – лекарство
Дарыу үләне – лекарственные травы
Дарыухана – аптека
Баш дарыуы – лекарство от головной боли
Йоҡо дарыуы – снотворное

а)
Дарыу эшләү – делать лекарство
Дарыу эсеү – пить лекарство
Дарыу һөртөү – смазать лекарством (рану)
Дарыу үләне йыйыу – собирать лекарственные травы
Дарыу үләне эсеү – пить лекарственные травы

б)
Бына дарыухана(аптека).
Был дарыухана (аптека).

в)
–Был баш дарыуымы?
-Эйе.
-Миңә йоҡо дарыуы кәрәк.
-Рәхим итегеҙ!
-Һеҙ дарыу эшләйһегеҙме?
-Юҡ.
-Мин дарыуханаға барайыммы?
-Бар.
-Был яҡшы дарыумы?
-Эйе.
-Һеҙгә ниндәй дарыу кәрәк?
-Баш дарыуы.

8.
Дауаханаға (больница) ят. – Ложись в больницу.

а)
Был ниндәй дауахана?
Дауахана ҡайҙа?
Ҡасан дауаханаға бараһың?
Ҡасан дауаханаға ятаһың?

б)
–Был ниндәй дауахана?
-Балалар дауаханаһы.
-Йөрәк ауырыуҙары дауаханаһы ҡайҙа?
-Ҡаршыла.
-Был күҙ ауырыуҙары дауаханаһымы?
-Эйе.
-Һин дауаханаға ятаһыңмы?
-Юҡ.
-Ниңә дауаханаға ятмайһың?
-Ваҡытым юҡ.
-Дауаханала күптән ятамы?
-Ике аҙна инде.

9.
Һаулыҡ нисек? – Как здоровье?
Һаулыҡ – здоровье
Сәләмәтлек – здоровье

а)
Һаулыҡ нисек?
Һаулығың нисек?

б)
Сәләмәтлек нисек?
Сәләмәтлегең нисек?

в)
–Һаулыҡ нисек?
-Шәп.
-Һаулығың нисек?
-Насар.
-Сәләмәтлек нисек?
-Аллаға шөкөр.

10.
Олатайҙың хәле нисек? – Как состояние (здоровье) дедушки?
Хәл – состояние
Хәле нисек? – Как его состояние (здоровье)?
Хәле насар – состояние плохое
Хәле яҡшы – состояние хорошее

а)
Минең хәлем уртаса.
Уның хәле яҡшы.

б)
-Әсәйеңдең хәле нисек?
-Һәйбәт.
-Уның хәле нисек?
-Шәп түгел.
-Мостафаның хәле нисек?
-Бер аҙ һәйбәтләнде.

в)
-Олатайҙың хәле насармы?
-Насар түгел.

11.
Һине кем дауалай? – Кто тебя лечит?
Дауалау – лечение
Дауа - снадобье, лекарственное средство

а)
Һине дауалай.
Беҙҙе дауалай.
Маратты дауалай.

б)
Морат дауалай.
Табип дауалай.
Өләсәй дауалай.
Улар дауалай.

в)
–Кемде дауалай?
-Уны.
-Кем дауалай?
-Доктор.
-Нисек дауалай?
-Дарыу менән.

г)
-Өләсәй нисек дауалай?
-Дарыу үләндәре менән.

12.
Температураһы юғарымы? – Температура у него высокая?
Юғары – высоко, высокое
Түбән – низко, низкий
Температураһы нисек? – Как у него температура?
Температураһы бармы? – Есть у него температура?
Температураһы юғарымы? – Температура высокая?
Температура күтәрелде. – Поднялась температура.
Температура төштө. – Температура упала.

а)
–Температураң бармы?
-Бар.
-Температураң нисек?
-Юғары. 39 (утыҙ туғыҙ) градус.

б)
–Температураң төштөмө?
-Юҡ.
-Температураң күтәрелдеме?
-Эйе.

13.
Күнегеүҙәр.

а)
Ответьте на вопросы.
Азат, нимә булды?
Һиңә нимә булды?
Башың ауыртамы?
Һинең тешең һыҙлаймы?
Теш врачына барҙыңмы?
Регистратура эшләйме?
Үҫмерҙәр кабинеты ҡайҙа?
Үҫмерҙәр табибы бөгөн буламы?
Һиңә дарыу кәрәкме?
Дарыухана ҡайҙа?
Дарыу үләндәрен эсәһеңме?
Ниндәй дауаханала ята?
Һаулығы нисек?
Мөнирҙең хәле нисек?
Мишаны кем дауалай?
Температураһы бармы?

б)
Составтьте предложения на тему “Здоровье”, используя данные слова и выражения: ауырый, ауырыу, нимә булды, температура, дауахана, үҫмерҙәр табибы, һаулыҡ нисек, хәле нисек, кем дауалай, хирург килде, операция эшләне.

в)
Переведите.

Мин ауырыйым.
Нимә булды?
Башым ауырта.
Температурам күтәрелде.
Дарыу кәрәк.
Ниндәй дарыу кәрәк?
Дауаханаға ятаһыңмы?
Хәлең яҡшымы?
Хәлем шәптән түгел.
Ниндәй дауаханала ята?
Был поликлиникамы?
Был үҫмерҙәр поликлиникаһы.
Үҫмерҙәр врачы бөгөн эшләйме?

г)
Переведите

Теш таҙартаһы түгел

-Өләсәй, һиңә рәхәт, исмаһам: тештәрең төшөп бөтә яҙған инде.
-Нимәһе рәхәт уның?
-Теш таҙартырға кәрәк тип, бер кем дә әрләмәй...

14.
Диалогтар.

а)
–Кәримә апай, Рушан өйҙәме?
-Юҡ. Ул дауаханала.
-Нимә булды?
-Ул ауырый.
-Башы ауырыймы?
-Юҡ. Ҡолағы ауырта.
-Нисәнсе дауаханала?
-Бишенсе.
-Унда индерәләрме?
-Эйе.
-Ярай, Кәримә апай. Һау булығыҙ. Рушанға сәләм әйтегеҙ.
-Яҡшы. Һин больницаға бараһыңмы?
-Эйе, бөгөн барам.
-Рәхмәт.
-Бер ни түгел.

б)
–Ғәфү итегеҙ, был поликлиникамы?
-Эйе.
-Минең улым ауырый.
-Фамилияһы нисек?
-Солтанов Ирек.
-Нисә йәш?
-Ун өс.
-Температураһы бармы?
-Бар, утыҙ туғыҙ градус.
-Адресығыҙ нисек?
-Ленин урамы, ҡырҡ бишенсе йорт, һигеҙенсе фатир.
-Сәғәт туғыҙҙа врач килә.
-Рәхмәт.

в)
–Һаумыһығыҙ!
-Һаумыһығыҙ!
-Күҙ врачына мөмкинме?
-Мөмкин. Нимә булды?
-Күҙем ауырта.
-Бына талон.
-Рәхмәт.

г)
–Теш врачына талон бармы?
-Ҡасанға?
-Йомаға.
-Сәғәт нисәгә?
-Унға.
-Унға юҡ.
-Ун бергә лә юҡмы?
-Ун бергә бар. Рәхим итегеҙ.
-Рәхмәт.

д)
–Сәләм, Айнур!
-Сәләм, Фатима!
-Һиңә нимә булды?
-Грипп менән ауырыйым.
-Шулаймы?
-Эйе.
-Температураң юғарымы?
-Әле төштө.
-Дарыуҙарың бармы?
-Күп.
-Дарыу үләндәре эсәһеңме?
-Өләсәй эсерә.
-Ярай, һау бул. Сәләмәтлән.
-Рәхмәт. Һау бул.

д)
–Һаумыһығыҙ!
-Һаумыһығыҙ!
-Нимә булды?
-Йөрәгем ауырта.
-Дарыу кәрәкме?
-Эйе, мөхәббәттән дарыу бармы?
-...