Азат, һин ҡайҙа бараһың?

Куда ты идешь (едешь), Азат?

1.
Ҡайҙа - куда

–ға/-гә, -ҡа/-кә - аффиксы направительного падежа.
–ға/-гә присоединяется к словам на гласные, сонанты и звонкие согласные;
-ҡа-/-кә - на глухие согласные

а)
Өфөгә - в Уфу
Сибайға – в Сибай
Белоретҡа – в Белорецк
Әлмәткә - в Альметьевск
Пермгә - в Пермь

б)
Мин Өфөгә.
Һин Сибайға.
Ул Салауатҡа.
Беҙ Ишлегә.

в)
Мин банкоматҡа барам.
Һин дискотекаға бараһың.
Ул музейға бара.
Беҙ Мәскәүгә барабыҙ.
Һеҙ Шишмәгә бараһығыҙ.
Улар киноға бара.

г)
–Мин Брюсселгә барайыммы?
-Һин Парижға бараһыңмы?
-Ул Интернет-клубҡа барамы?

д)
Өфөгә Баймаҡҡа
Лондонға Ташкентҡа
Вазға Илешкә

2.
Вокзалға – на вокзал
Эшкә - на работу

а)
Вокзалға бара. – Едет на вокзал.
Эшкә бара. – Идет на работу.

б)
Гүзәл вокзалға бара. – Гузель едет на вокзал.
Айбулат эшкә бара. – Айбулат идет на работу.

в)
Гүзәл, һин ҡайҙа бараһың? – Куда ты едешь, Гузель?
Айбулат ҡайҙа бара? – Куда едет Айбулат?
Азат, һин ҡайҙа бараһың? – Куда ты едешь, Азат?

г)
Гүзәл вокзалға барамы? – Едет Гузель на вокзал?
Айбулат эшкә барамы? – Идет Айбулат на работу?

д)
Кем ҡалаға бара? – Кто едет в город?
Кем ауылға бара? – Кто едет в деревню?

е)
Һин ауылға бараһыңмы? – Ты едешь в деревню?
Ул ҡалаға барамы – Он едет в город?

ё)
–Марат ҡалаға барамы?
-Эйе.
-Айһылыу ауылға барамы?
-Юҡ.
-Нәфисә ауылға барамы?
-Юҡ, бармай.
-Кем ҡалаға бара?
-Мин.
-Айзилә ҡалаға барамы?
-Бара.

3.
Кит – уходи, уезжай
Кил – приходи, приезжай
Бар – иди, поезжай
Ҡайт – возвращайся

а)
Кәрим килә.
Алмаз ҡайта.
Кәримә китә.
Ғәли бара.

б)
Мәскәүҙән килә.
Пекиндан ҡайта.
Парижға китә.
Делигә бара.

в)
Азат Интернет-клубҡа китә.
Азамат лицейҙан ҡайта.
Әсәй банкоматтан килә.
Вәкилә стадионға бара.

г)
Кем Мәскәүгә китә?
Кем Тулаға бара?
Кем Төркиәнән килә?
Кем Баймаҡҡа ҡайта?

д)
Әмир киләме?
Вил ҡайтамы?
Әнүр китәме?
Гөлнәзирә барамы?

е)
Марс Нью-Йоркка китәме?
Нур Будапешҡа барамы?
Тимур Өфөгә киләме?
Әсәй Ырымбурҙан ҡайтамы?

ё)
–Фатима, Наилә киләме?
-Эйе.
-Әсәй, атай китәме?
-Юҡ.
-Алма, олатай ҡайтамы?
-Ҡайтмай.
-Апай, һин бараһыңмы?
-Юҡ, бармайым.

ж)
–Кем киноға бара?
-Мин.
-Кем дискотекаға китә?
-Зилә.
-Кем өйгә ҡайта?
-Айнур.

4.
Миңә - мне, ко мне
Һиңә - тебе, к тебе
Уға – ему, к нему, к ней
Беҙгә - нам, к нам
Һеҙгә - вам, к вам
Уларға – им, к ним

а)
Миңә кил.
Һиңә барам.
Уға китә.
Беҙгә килә.
Һеҙгә китә.
Уларға бара.
Миңә ҡайта.
Һиңә ҡайта.

б)
Миңә таныш.
Һиңә таныш.
Уға таныш.
Һеҙгә танышмы?
Беҙгә таныш түгел.

в)
Кассета һиңә.
Дискет миңә.
Компьютер беҙгә.
Магнитофон һеҙгә.
Журнал уларға.
Велосипед уға.

г)
Билет һиңәме?
Мотороллер беҙгәме?
Скейтборд миңәме?
Кроссовка уғамы?
Телеграмма уларғамы?

д)
–Был журнал миңәме?
-Эйе.
-Фотоаппарат һиңәме?
-Эйе, миңә.
-Кофе һеҙгәме?
-Юҡ.
-Факс уларғамы?
-Түгел.

5.
Кәрәк – надо, нужно

а)
Компьютер кәрәк.
Магнитофон кәрәк.
Скейтборд кәрәк.

б)
Миңә дискет кәрәк.
Һиңә кассета кәрәк.
Беҙгә гитара кәрәк.

в)
Уға мотоцикл кәрәкме?
Һеҙгә телевизор кәрәкме?
Уларға нимә кәрәк?
Азатҡа нимә кәрәк?

г)
–Азаматҡа магнитофон кәрәкме?
-Эйе.
-Илгизгә гитара кәрәкме?
-Юҡ.
-Һиңә велосипед кәрәкме?
-Юҡ, кәрәкмәй.

д)
–Был һиңәме?
-Юҡ.
-Был миңәме?
-Эйе.
-Ә был уғамы?
-Түгел.
-Был һиңәме, миңәме?
-Һиңә.

6.
Ҡыҙ – девочка
Ҡыҙым – дочка
Ул – сын
Улым – сынок

а)
Бөгөн ҡыҙым ҡайта.
Иртәгә улым килә.
Бөгөн улым китә.

б)
Улым килә.
Улың китә.
Улы китә.
Улыбыҙ ҡайта.
Улығыҙ килә.
Улдары килә.
Ул ҡайта.
Ҡыҙ китә.
Миңә ҡыҙым килә.
Һиңә ҡыҙың килә.
Уға ҡыҙы килә.
Беҙгә ҡыҙыбыҙ килә.

г)
Уға улы киләме?.
Миңә ҡыҙың киләме?
Һиңә улың киләме?

д)
–Азат улым ҡайҙа?
-Лицейҙа.
-Әлиә ҡыҙым ҡайҙа?
-Институтта.

е)
–Азат улым лицейҙамы?
-Эйе.
-Әлиә ҡыҙым институттамы?
-Юҡ.
-Илгиз улым техникумдамы?
-Түгел.
-Азамат улым Сибайҙамы?
-Юҡ, Сибайҙа түгел.
-Ләйсән ҡыҙым ауылдамы?
-Ауылда.
-Айсар улым ҡайҙа?
-Гимназияла.

7.
Күнегеүҙәр.

а)
Составьте предложения.
Альбина, килә, мин.
Айҙар, ауыл, китә.
Зөлфиә, ҡайта, иртәгә.
Бөгөн, Рәйфә, китә, ҡайҙа.
Беҙгә, атай, килә, иртәгә.
Ҡайта, Мәскәү, бөгөн, ҡыҙ.
Һеҙгә, кәрәк, өй, ауыл.
Ул, бара, банкомат.
Марат, армия, китә, иртәгә.

б)
Переведите.

Миңә ауылда өй кәрәк.
Азат Силәбегә китә.
Ҡыҙым Һамарҙан ҡайта.
Һин банкоматҡа бараһыңмы?
Кем интернетҡа бара?

в)
Ответьте на вопросы.

Алмаз ҡайҙа бара?
Әсмә ҡайҙан килә?
Ҡыҙың музейға барамы?
Улың бөгөн ҡайтамы?
Атай ауылға китәме?
Ләйсән кемгә китә?
Айҙар Өфөгә кемгә бара?

г)
Прочитайте и ответьте на вопрос.

Ике әсәй, ейәнсәр, бер өләсәй баҡсала һөйләшеп ултыра икән. Шул саҡ алмағастан алдарына өс алма килеп төшкән. Улар алмаларҙы нисек бүлешер?

д)
Прочитайте стихотворение А. Ахметкужина.

Балтай аптырай.
-Әсәй, һин ҡайҙа тыуғанһың?
-Маҡанда.
-Атай, ә һин ҡайҙа тыуғанһың?
-Туҡанда.
-Ә минсе... мин ҡайҙа тыуҙым?
-Аҡъярҙа.
-Ә беҙ нисек бер-беребеҙҙе таптыҡ һуң Асҡарҙа?

8.
Диалогтар.

а)
–Һаумыһығыҙ, Әнисә апай!
-Һаумы, Илшат.
-Нур өйҙәме?
-Юҡ. Ул Интернет-клубта.
-Шулаймы?
-Эйе.
-Ярай, һау булығыҙ. Мин дә Интернет-клубҡа барам.
-Һау бул, улым.

б)
–Алло!
-Алло!
-Сәләм, Гүзәл.
-Һаумы, Вера.
-Гүзәл, һин театрға бараһыңмы?
-Барам.
-Һиңә билет кәрәкме?
-Кәрәк. Алмаз барамы?
-Эйе, бара.
-Яҡшы, рәхмәт.

в)
–Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар!
-Ә, Марат, сәләм!
-Һеҙ ҡайҙа бараһығыҙ?
-Интернет-клубҡа, ә һин ҡайҙа?
-Банкоматҡа.
-Ярай, һау бул.
-Иҫән булығыҙ, ҡыҙҙар.

г)
–Ғәфү итегеҙ, концертҡа билет бармы?
-Бар.
-Миңә ике билет кәрәк.
-Рәхим итегеҙ.
-Рәхмәт.

9.
Коммуникативные задания

Спросите у отца, ему нужна сегодня машина.
Спросите у Азата, куда он идет.
Спросите у Ильгиза, нужна ли ему эта дискета.