Просмотров: 25350

Азат, һин кем буласаҡһың?

Азат, кем ты будешь?

1.
Мин буласаҡмын. – Я буду (обязательно).
Һин буласаҡһың. – Ты будешь (обязательно).
Ул буласаҡ. – Он (она) будет (обязательно).
Беҙ буласаҡбыҙ. – Мы будем (обязательно).
Һеҙ буласаҡһығыҙ. – Вы будете (обязательно).
Улар буласаҡ. – Они будут (обязательно).

а)
Мин киләсәкмен. – Я приду (обязательно).
Һин киләсәкһең. – Ты придешь (обязательно).
Ул киләсәк. – Он придет (обязательно).
Беҙ киләсәкбеҙ. – Мы придем (обязательно).
Һеҙ киләсәкһегеҙ. – Вы придете (обязательно).
Улар киләсәк. – Они придут (обязательно).

б)
Мин эшләйәсәкмен. – Я буду работать (обязательно).
һин эшләйәсәкһең. – Ты будешь работать (обязательно).
Ул эшләйәсәк. – Он будет работать (обязательно).
Беҙ эшләйәсәкбеҙ. – Мы будем работать (обязательно).
Һеҙ эшләйәсәкһегеҙ. – Вы будете работать (обязательно).
Улар эшләйәсәктәр. – Они будут работать (обязательно).

в)
Мин банкир буласаҡмын.
Быйыл Германияға барасаҡмын.
Азат институтҡа инәсәк.
Ул бер ҙур банкыла эшләйәсәк.
Ул Мәскәүҙә йәшәйәсәк.
Ул яҡшы машина аласаҡ.
Уның улы Англияла уҡыясаҡ.
Ҡыҙы Францияға китәсәк.

2.
Будущее определенное категорическое образуется с помощью аффиксов

-асаҡ /-әсәк
-ясаҡ /-йәсәк
Ул яҙасаҡ – Он (непременно, обязательно) напишет.

а)
– Азат кем буласаҡ?
- Банкир буласаҡ.
-Илгиз кем буласаҡ?
-Уҡытыусы буласаҡ.
-Ләйсән кем буласаҡ?
-Модельер буласаҡ.

б)
– Поезд ҡасан киләсәк?
-Сәғәт алтыла киләсәк.
-Самолет ҡасан осасаҡ?
-Ярты сәғәттән.

в)
– Ул Германияға нимә менән китәсәк?
- Поезд менән.
-Беҙ Нью-Йоркка нимә менән китәсәкбеҙ?
-«Боинг» самолеты менән.
-Төркиәгә һин нимә менән китәсәкһең?
-Паром менән.
-Болғарға нимә менән барасаҡһығыҙ?
-Теплоход менән.

г)
– Германияла ул нимә эшләйәсәк?
-Немец телен өйрәнәсәк?
-Төркиәлә ул нимә эшләйәсәк?
-Төрөк телен өйрәнәсәк.

3.
Будущее неопределенное время образуется с помощью аффиксов – ыр/-ер, -ар/-әр, р:
Мин барырмын. – Я поеду (возможно).
Һин барырһың. – Ты поедешь (возможно).
Ул барыр. – Он поедет (возможно).
Беҙ барырбыҙ. – Мы поедем (возможно).
Һеҙ барырһығыҙ. – Вы поедете (возможно).
Улар барырҙар. – Они поедут (возможно).

а)
Мин килермен.
Һин килерһең.
Ул килер.
Беҙ килербеҙ.
Һеҙ килерһегеҙ.
Улар килерҙәр.

б)
Мин һөйләрмен.
Һин һөйләрһең.
Ул һөйләр.
Беҙ һөйләрбеҙ.
Һеҙ һөйләрһегеҙ.
Улар һөйләрҙәр.

в)
-Бөгөн Муса килерме?
-Килер.
-Атай иртәгә ҡайтырмы?
-Ҡайтыр.

г)
-Өләсәй ауылдан килер микән?
-Бәлки, килер.
-Ағайым Чикагонан ҡайтыр микән?
-Бәлки, ҡайтыр.

е)
-Һин беҙгә килерһеңме, килмәҫһеңме?
-Килермен.

ё)
-Бөгөн аҡса алырбыҙмы?
-Юҡ, алмаҫбыҙ.

4.
Ләйсән модельер буласаҡ. – Ляйсан будет модельером.

Модельер
Инженер
Менеджер
Бухгалтер
Судья
Бизнесмен
Тренер
Банкир
Президент

а)
Ул модельер буласаҡ.
Ирек инженер буласаҡ.
Әлфиә бухгалтер буласаҡ.
Марат менеджер буласаҡ.

б)
Китапханасы – библиотекарь
Уҡытыусы – учитель
Һатыусы – продавец
Яҙыусы – писатель
Төҙөүсе – строитель
Тегеүсе – портной
Нефтсе – нефтяник

*-сы/се – аффиксы существительных – названий профессий

а)
Айрат нефтсе буласаҡ.
Ғәлиә тегеүсе буласаҡ.
Анна һатыусы буласаҡ.
Ирина уҡытыусы буласаҡ.

б)
Надя төҙөүсе буласаҡ.
Игорь яҙыусы буласаҡ.
Люба китапханасы буласаҡ.

5.
Әсмә хат яҙырмы? -Асма напишет пиьсмо?

Хат – письмо
Хат яҙыу – писать письмо
Телеграмма – телеграмма
Телеграмма ебәреү – отправлять телеграмму
Факс - факс
Факс ебәреү – отправлять факс
Электрон почта – электронная почта
Электрон почта менән ебәреү – отправлять электронной почтой
Телефон – телефон
Телефон менән һөйләшеү – разговаривать по телефону
Имейл
Имейлың бармы? – У тебя есть имейл?
Интернет
Интернетҡа инеү – входить в интернет

а)
Әсмә хат яҙа.
Әсмә хат яҙған.
Әсмә хат яҙасаҡ.
Әсмә хат яҙыр.

б)
Хат ебәрә.
Азат хат ебәрә.
Азат интернет аша хат ебәрер.

в)
Илгиздең имейлы бар.
Айгиздең имейлы буласаҡ.
Азаттың имейлы булыр.

г)
Өләсәй телеграмма ебәрәсәк.
Атай факс ебәрәсәк.

д)
– Әсәйеңдең электрон почтаһы бармы?
-Юҡ.
- Һеҙҙә факс бармы?
- Бар.

е)
-Уның иммейлы нисек?
-Белмәйем.
-Һеҙҙең электрон почтағыҙ нисек?
-Әйтмәйем.

6.
Күнегеүҙәр.

а)
Составьте предложения.

Әлиә, интернет, инә, бәлки.
Марат, компьютерсы буласаҡ, банк.
Әминә, уҡытыусы, бәлки, булыр.
Һин, телеграмма, өләсәй, ебәрҙеңме?
Беҙ, факс, хат, ебәрәбеҙ.
Һин, электрон почта, бармы?
Яҙыусы, иммейл, нисек, ул.

б)
Ответьте на вопросы.

Кем интернетҡа инә?
Телеграмма алдыңмы?
Электрон почта аша хат алдыңмы?
Һеҙ Мәскәүгә факс ебәрҙегеҙме?
Уҡытыусы компьютерҙа хат яҙҙымы?
Менеджерҙың иммейлы нисек?
Китапханасы бандероль алдымы?
Уның электрон почта аша хаты киттеме?

в)
Переведите.

Кем факс алды?
Ул электрон почта аша хат алды.
Мин интернет аша бер ҡыҙ менән таныштым.
Беҙҙең эштә электрон почта бар.
Китапханасы, уҡытыусы апайҙар телеграмма ебәрҙе.
Иммейлың нисек?
Электрон почтаң бармы?

7.
Диалогтар.

а)
– Һаумыһығыҙ!
- Һаумыһығыҙ!
- Һеҙҙә электрон почта бармы?
- Бар.
- Ҡыйбатмы?
- Юҡ, түгел.

б)
– Алло!
- Алло!
- Был почтамтмы?
- Эйе.
- Һеҙҙә электрон почта бармы?
- Эйе.
- Мәскәүгә хат ебәреү ҡыйбатмы?
- Ҡыйбат түгел, рәхим итегеҙ.
- Рәхмәт.

в)
– Һаумы, Гөлназ. Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар.
- Һаумы, Рәсүл.
- Ҡыҙҙар менән таныштырмайһыңмы, Гөлназ?
- Таныштырам. Ҡыҙҙар, был Рәсүл, ул яҙыусы. Бер китап авторы.
- Ә был Юлия, ул уҡытыусы. Ул инглиз теленән уҡыта. Ә был Анна. Ул -һатыусы. Ҙур супермаркетта эшләй. Ә был Земфира. Ул - йырсы. Филармонияла эшләй.
- О-о-о, мин бик шат, ҡыҙҙар.
- Беҙ ҙә шат.
- Һеҙ ҡайҙа бараһығыҙ, ҡыҙҙар?
- Концертҡа, ә һеҙ?
- Мин интернетҡа, ҡыҙҙар.
- Унда нимә эшләйһең?
- Үҙемә кәләш эҙләйем.
- Шулаймы ни?
- Шулай шул.
- Ярай, һау бул. Уңыштар һиңә.
- Һау булығыҙ, ҡыҙҙар.

8.
Коммуникатив заданиелар

Напишите письмо своей бабушке.
Подготовьте и отправьте факс в Польшу.
Узнайте номер электронной почты у Азата.
Спросите у мамы номер факса ее организации.
Узнайте иммейл брата.
Подготовьте текст о себе для интернета.
Подготовьте текст телеграммы – поздравления с днем рождения известному писателю.