Печать
Просмотров: 23615

Азат, һеҙҙең баҡсағыҙ бармы?

Азат, у вас есть сад?

1.
Баҡсағыҙ бармы? – Есть ли у вас сад?
Баҡса – сад
Еләк – ягода
Емеш – фрукты
Йәшелсә - овощи

а)
–Баҡсағыҙ бармы?
-Бар.
-Уларҙың баҡсаһы ҡайҙа?
-Шишмәлә.
-Баҡсала нимә бар?
-Еләк, йәшелсә, емеш бар.
-Һин баҡса яратаһыңмы?
-Яратмайым.
-Кем баҡса ярата?
-Олатай.
-Атайың баҡса яратамы?
-Бер аҙ.

2.
Баҡсала нимә үҫә? – Что растет в саду?
Үҫә - растет
Алма – яблоко
Сейә - вишня
Ҡарағат – смородина
Ҡурай еләге – малина
Кишер – морковь
Кәбеҫтә - капуста
Ҡыяр – огурец
Картуф – картофель
Һуған – лук
Томат – помидор
Һарымһаҡ – чеснок

а)
Алма үҫә.
Еләк үҫә.
Банан үҫмәй.
Әфлисун үҫмәй.

б)
–Башҡортостанда нимә үҫә?
-Алма, сейә, груша.
-Йөҙөм үҫәме?
-Үҫмәй.

3.
Баҡсағыҙ ҙурмы? – Сад большой?
Ҙур – большой
Бәләкәй – маленький

а)
Ҙур ҡала.
Бәләкәй ҡала.

б)
–Баҡсағыҙ ҙурмы?
-Эйе.
-Уларҙың баҡсаһы ҙурмы?
-Юҡ, бәләкәй.

в)
–Был бәләкәй баҡсамы?
-Эйе.
-Был ҙур баҡсамы?
-Юҡ.

4.
Алмалар ҡыҙылмы? – Яблоки красные?
Ҡыҙыл – красный
Йәшел – зеленый
Аҡ – белый
Ҡара – черный
Күк – синий
Һары – желтый
Көрән – бурый
Һоро – серый, бурый

а)
Ҡыҙыл алма
Йәшел ҡыяр
Аҡ ҡарағат
Ҡара ҡарағат
Күк сәскә
Һары ҡауын
Көрән сейә
Һоро бесәй

б)
–Алма ниндәй?
-Ҡыҙыл.
-Һарымһаҡ ниндәй?
-Аҡ.
-Һуған ниндәй?
-Әсе.
-Ҡауын һарымы?
-Эйе.
-Ҡарбуз һарымы?
-Юҡ, ҡыҙыл.

5.
Ҡарбуз эреме? – Арбуз крупный?
Ҡарбуз – арбуз
Эре – крупный
Ваҡ – мелкий

а)
–Ҡарбуз үҫәме?
-Эйе.
-Ҡарбуз эреме?
-Юҡ.

б)
-Азат, эре һуған ал.
-Ярай.
-Азат, ҡарбуз алдыңмы?
-Эйе.

в)
–Ҡарбуз бармы?
-Бар.
-Ҡыйбатмы?
-Юҡ.
-Миңә бер ҙур ҡыҙыл ҡарбуз кәрәк.
-Рәхим итегеҙ.
-Рәхмәт.

6.
Баҡсала ер ҡатымы? – В саду земля твердая?
Ҡаты – твердый, жесткий
Йомшаҡ – мягкий, рыхлый
Ер – земля

а)
Ер ҡаты.
Ҡаты ер.
Йомшаҡ ер.
Ер йомшаҡ.

б)
–Ер ҡатымы?
-Юҡ.
-Алма ҡатымы?
-Эйе.
-Ҡар йомшаҡмы?
-Эйе, йомшаҡ.

в)
–Икмәк йомшаҡмы?
-Юҡ, ҡаты.
-Ҡул йомшаҡмы?
-Эйе, йомшаҡ.

7.
Баҡсала сәскәләр бармы? – В саду есть цветы?
Сәскә - цветок
Аҡсәскә - ромашка
Күксәскә - василек
Миләүшә - фиалка
Роза сәскәһе – роза
Сирень сәскәһе – сирень

а)
Сәскәләр бар.
Роза үҫә.
Сирень бар.

б)
–Һин сәскә яратаһыңмы?
-Эйе.
-Атайың сәскә яратамы?
-Юҡ.
-Һин сәскәләрҙе беләһеңме?
-Белмәйем.

8.
Баҡсала эшләргә ярата. – Любит работать в саду.
Эшләргә ярата. – Любит работать в саду.
Уҡырға ярата. – Любит учиться.
Алырға ярата. – Любит брать.
Килергә ярата. – Любит приходить.

а)
–һин эшләргә яратаһыңмы?
-Эйе.
-Баҡсала эшләргә яратаһыңмы?
-Юҡ.

б)
–Кем баҡсала эшләргә ярата?
-Әсәй.
-Кем баҡсала эшләргә яратмай?
-Азат.
-Ул баҡсала эшләргә яратамы?
-Юҡ.

9.
Күнегеүҙәр.

а)
Сделай по образцу:

Бар – барырға – идти, ехать
Кит
Кил
Ал
Бир
Йәшә
Тор
Ултыр
Аша
Эс
Һөйлә
Уҡы
Өйрән

б)
Прочитайте и выучите стихотворение

Һанап ҡара әле


Әхмәттең бар алмаһы,
Әсәттең бар алмаһы,
Бер алма бар Әсмәлә,
Бер алма бар Сафала,
Берәү өҫтәлдә ята.
Ә бөтәһе нисә алма?
1+1+1+1+1 =

Ғариф Ғүмәр

б)
Ответьте на вопросы.

Һиңә уҡырға кәрәкме?
Баҡсала эшләргә кәрәкме?
Баҡсағыҙ бармы?
Баҡсағыҙ ҡайҙа?
Баҡсағыҙ ҙурмы?
Баҡсала нимә үҫә?
Алма күпме?
Помидор эреме?
Һуған йәшелме?
Баҡсала эшләргә яратаһыңмы?
Баҡсала сәскәләр бармы?

в)
Составьте предложения.
Баҡса, йәшел, үҫә, алма.
Китергә, миңә, баҡса, кәрәк.
Баҡса, ашарға, яратам.
Сәскә, баҡса, күп, үҫә.
Әсәй, баҡса, эшләргә, ярата.
Мин, баҡса, эшләргә, яратмайым.
Мин, компьютер, яратам, уйнарға.

г)
Переведите стихотворение.

Аҡ пароход.
Ҡара тулҡын.
Ҡыҙыл маяҡ.
Һоро ҡом.
Зәңгәр күктә
Яҡты йондоҙ.
Йәшел ярҙа
Һары ҡыҙ.

Р. Фәйзуллин


10.
Диалогтар.

а)
–Сәләм, Азат!
-Сәләм, Мансур!
-Әйҙә интернет-клубҡа.
-Юҡ, мин баҡсаға барам.
-Һин баҡса яратаһыңмы?
-Юҡ.
-Ә ниңә бараһың?
-Барырға кәрәк.
-О-о-о-, бына һин ниндәй!
-Шулай...

б)
-Әлиә, һин баҡса яратаһыңмы?
-Яратам.
-Бик шәп. Әйҙә баҡсаға.
-Унда нимә бар?
-Алма, сейә, кишер...
-Ә сәскәләр үҫәме?
-Эйе.
-Бик яҡшы. Мин сәскә яратам.

в)
–Морат, һин баҡсала нимә эшләйһең?
-Ашайым.
-Тағы?
-Еләк ашайым, кишер ашайым.
-Тағы?
-Груша ашайым, ҡыяр ашайым.

11.
Коммуникатив заданиелар


Узнайте, есть у Азата сад.
Спросите, любит Азат свой сад.
Узнайте, кто в саду работает.
Поинтересуйтесь, что в саду растет.
Узнайте, чем Азат в саду занимается.
Спросите у Азата, любит ли он малину, смородину, яблоки, помидоры, огурцы.
Узнайте у Азата, сколько стоит на базаре вишня.