Просмотров: 26944

Азат, һин ҡасан ҡайтаһың?

Азат, когда ты вернешься?

1.
Ҡасан? -Когда?

Ҡасан ҡайта?– Когда возвращается?
Ҡасан килә?-Когда придет?
Ҡасан китә?-Когда уедет?

а)
Һин ҡасан ҡайтаһың?
Ул ҡасан ҡайта?
Һеҙ ҡасан ҡайтаһығыҙ?

б)
- Азат, ҡасан ҡайтаһың?
–Кис.
–Марат ҡасан ҡайта?
–Быйыл.
–Улар ҡасан ҡайта?
–Бер аҙнанан.
-Һин ҡасан ҡайтаһың?
– Ун көндән.
–Атай ҡасан ҡайта?
–Өс сәғәттән.
–Әсәй ҡасан ҡайта?
–Киске биштә.

2.
Иртә - рано
Һуң - поздно

а)
Иртә ҡайта.
Һуң ҡайта.
Бик һуң ҡайта.

б)
Атай һуң ҡайта.
Әсәй иртә ҡайта.

в)
Кем ҡасан ҡайта?
Азат ҡасан ҡайта?
Әмир иртә ҡайтамы?

г)
- Һин бөгөн иртә ҡайтаһыңмы?
-Эйе , иртә.
–Ул ҡасан ҡайта?
– Бик иртә ҡайта.

З.
Хәҙер– сейчас, теперь, ныне
Әле –сейчас, теперь, ныне
Әле генә– только что

а)
-Ҡасан ҡайта?
–Хәҙер ҡайта.

б)
-Ҡасан ҡайтты?
–Әле ҡайтты.

в)
–Әлиә ҡасан килә?
–Хәҙер.
-Марат ҡасан ята?
–Хәҙер ята.

г)
- Марат ҡасан килде?
–Әле генә килде.

4.
Яҙ – весна
Йәй – лето
Көҙ– осень
Ҡыш –зима

а)
-Ҡасан ҡайта?
–Яҙ ҡайта.
-Ҡасан килә?
–Йәй килә.
–Ҡасан китә?
–Көҙ китә.
–Ҡасан бара?
–Ҡыш бара.

б)
-Әмир, Айгөл ҡасан ҡайта?
–Йәй.
–Әхәт, Нурия ҡасан килә?
–Йәй килә.
–Илдар, Гүзәл ҡасан ҡайтты?
–Көҙ ҡайтты.
–Азат, ҡасан ҡайттың?
–Яҙ ҡайттым.

5.
Ғинуар айында. – В январе.
Ҡыш айҙары. – Зимние месяцы.
Ғинуар – январь
Февраль– февраль
Март–март

а)
Ғинуарҙа киләм.
Февралдә ҡайтты.

б)
– Ҡасан китте?
–Ғинуарҙа.
–Ҡасан килә?
–Майҙа.

в)
–Ҡасан ҡайта?
–Йәй, йәй айҙарында.

г)
–Ҡасан һин киләһең?
–Йәй көндәрендә.

6.
Көндөҙ– днем
Төндә-ночью

а)
Көндөҙ килде.
Көндөҙ ҡайтты.
Төндә китте.
Төндә килде.

б)
-Ҡасан килде?
-Көндөҙ килде.
–Ҡасан китте?
–Төндә.

в)
Мин көндөҙ килдем.
Һин төндә килдең.
Беҙ төндә ҡайттыҡ.

7.
Аҙна элек. – Неделю назад.
Бер йыл элек. – Год назад.
Бер ай элек. – Месяц назад.
Биш йыл элек. – Пять лет назад.

а)
-Азат ҡасан китте?
-Аҙна элек.
-Илгиз ҡасан ҡайтты?
–Бер ай элек.

б)
–Өфөгә ҡасан килдең?
–Бер йыл элек.

8.
Күнегеүҙәр.

а)
Ответьте на вопросы.

Азат ҡасан ҡайтты?
Аҙна элек кем ҡайтты?
Ун көндән кем килә?
Ләйсән бер көндән ҡайтамы?
Хәҙер Тимур ҡайтамы?
Әле кем килде?
Нур иртә ҡайттымы?
Кем һуң ҡайта?
Әлиә көҙ киләме?
Марат ҡыш ҡайҙа китә?
Төндә кем килде?

б)
Составьте предложения.

Азат, Мәскәү, төндә, ҡайтты.
Ул, көн, китә, ун.
Тимур, китә, Төркиә, хәҙер.
Әле, ҡайтты, Нур, Истамбул.
Марат, китә, университет, иртә.
Көҙ, армия, Азамат, китте.

в)
Прочитайте, переведите и выучите считалку

Йәй ҡайтмаһам, көҙ ҡайтам

-Ағаҡайым, ҡайҙа бараң?
-Кәмә менән тоҙға барам.
-Кәсептән ҡасан ҡайтаң?
-Йәйен китеп, көҙ ҡайтам.
Көҙ ҡайтмаһам, ҡыш ҡайтам,
Ҡыш ҡайтмаһам, яҙ ҡайтам.
Сәпсек, сыйырсыҡ,
Бында торма, бар сыҡ!

г)
Переведите

Ике көн элек.
Ярты йыл элек.
Өс сәғәт элек.
Бөгөн иртә яттым.
Иртәгә һуң ятам.
Кисә һуң килдем.
Мин ғинуарҙа килдем.
Ул ҡыш китте.
Йәй ауылда торам.
Йәй көндәре ауылда йәшәйем.
Ҡыш көндәре ҡалала ятам.

9.
Диалогтар

а)
–Сәләм!
-Сәләм!
–Ни хәл?
–Шәп.
–Һин ҡайҙан?
–Ялтанан.
–Ҡасан ҡайттың?
–Әле генә, ә һин?
-Мин Антальянан аҙна элек ҡайттым.
–Шулаймы?
–Эйе.
–Анталья августа шәпме?
–Бик шәп.

б)
–Алло!
–Алло!
–Нурзидә, һаумы?
–Һаумы, был кем?
–Мин Мирас.
–Мирас? Һаумы, Мирас. Һин ҡайҙан?
–Барнаулдан.
–Унда нимә эшләйһең?
–Йәшәйем. Бер ай элек киттем унда.
–Шулаймы ни?
–Шулай шул.
–Хәлдәр нисек?
–Яҡшы.
–Ҡасан Өфөгә ҡайтаһың?
–Ярты йылдан.
–Ярай, һау бул.
–Һау бул, Нурзидә.

10.
Коммуникатив заданиелар

Спросите у Ильдара, когда он вернется домой.
Спросите у Гульшат, когда приедет из Москвы ее мама.
Узнайте у Азамата, когда он вернется из армии.