Просмотров: 23898

Азат, буш ваҡытыңда нимә эшләйһең?

Азат, что ты делаешь в свободное время?

1.
Буш ваҡытта интернетта гиҙәм. – В свободное время путешествую по интернету.
Буш ваҡыт – свободное время
Гиҙеү – путешествовать, бродить

Мин интернетта гиҙәм.
Һин интернетта гиҙәһең.
Ул интернетта гиҙә.
Беҙ интернетта гиҙәбеҙ.

а)
–Һин интернетта гиҙәһеңме?
-Эйе.
-Улар интернетта гиҙәме?
-Юҡ.

б)
–Буш ваҡытыңда һин интернетта гиҙәһеңме?
-Эйе, гиҙәм.
-Буш ваҡытыңда һин интернетта гиҙергә яратаһыңмы?
-Яратам.

в)
-Һин хакер түгелме?
-Юҡ.
-һеҙ хакермы?
-Түгел.

2.
Буш ваҡытта мин компьютерҙа уйнайым. – В свободное время я играю на компьютере.

а)
–Һин компьютерҙа уйнайһыңмы?
-Эйе.
-Һеҙ компьютерҙа уйнайһығыҙмы?
-Юҡ.
-Һин компьютерҙа уйнайһыңмы, эшләйһеңме?
-Эшләйем.

б)
–Ул компьютерҙа уйнарға яратамы?
-Эйе.
-Һеҙ компьютерҙа уйнарға яратаһығыҙмы?
-Юҡ.

в)
–Һеҙ компьютер уйындарын беләһегеҙме?
-Эйе, беләм.
-Ул компьютер уйындарын яратамы?
-Юҡ, яратмай.

г)
–Һин геймермы?
-Белмәйем.
-Ни өсөн?
-Мин был һүҙҙе белмәйем.
-Геймер – компьютер уйындарын яратыусы.
-Улай булғас, мин геймер.
-Мин дә.

3.
Буш ваҡытта мин музыка тыңларға яратам. – В свободное время я люблю слушать музыку.
Музыка тыңлау – слушать музыку
Тыңлау – слушать
Тыңларға яратыу – любить слушать
Музыка тыңларға яратыу – любить слушать музыку
Рок тыңларға яратыу – любить слушать рок
Поп – музыка тыңларға ярата – любит слушать поп-музыку
Классик музыка тыңларға ярата – любит слушать классическую музыку
Халыҡ музыкаһын тыңларға ярата – любит слушать народную музыку

а)
–һин музыка тыңларға яратаһыңмы?
-Эйе.
-Буш ваҡытыңда һин музыка тыңларға яратаһыңмы?
-Юҡ.

б)
–Буш ваҡытыңда һин ниндәй музыка тыңлайһың?
-Классик музыка.
-Буш ваҡытығыҙҙа һеҙ ниндәй музыка тыңлайһығыҙ?
-Поп-музыка.

в)
–Буш ваҡытыңда һин нимә эшләргә яратаһың?
-Музыка тыңларға.
-Ниндәй музыка?
-Классик музыка.
-Шулаймы ни?
-Эйе, халыҡ музыкаһын да яратам.
-Ысынмы?
-Эйе, ысын.

4.
Буш ваҡытта мин һүрәт төшөрөргә яратам. – В свободное время я люблю рисовать.
Һүрәт – картина, рисунок
Һүрәт төшөрөү – рисовать, писать картину
Һүрәт төшөрөргә яратыу – любить рисовать
Ҡәләм – карандаш
Буяу – краска
Төҫлә ҡәләм – цветной карандаш

а)
–Һин һүрәт төшөрәһеңме?
-Юҡ.
-Һин һүрәт төшөрөргә яратаһыңмы?
-Эйе.

б)
–Буш ваҡытыңда һүрәт төшөрәһеңме?
-Эйе.
-Буш ваҡытта һүрәт төшөрөргә яратаһыңмы?
-Юҡ.

в)
–Кем һүрәт төшөрөргә ярата?
-Илгиз.

г)
–Һин нимә менән һүрәт төшөрәһең?
-Төҫлө ҡәләм менән.
-Һин нимә менән һүрәт төшөрөргә яратаһың?
-Акварель буяу менән.

д)
–Һин һүрәтте майлы буяу менән төшөрәһеңме?
-Юҡ.
-Азат һүрәтте ҡәләм менән төшөрәме?
-Юҡ, буяу менән.

е)
–Азат ниндәй һүрәт төшөргән?
-Пейзаж.
-Һин ниндәй һүрәт төшөрҙөң?
-Портрет.

ё)
–Азат портрет төшөрөргә яратамы?
-Юҡ.
-Һин пейзаж төшөрөргә яратаһыңмы?
-Яратам.

5.
Күнегеүҙәр.

а)
Ответьте на вопросы.

Буш ваҡытта кем нимә эшләргә ярата?
Азат шахмат ? ? ? ? уйнарға ярата.
Буш ваҡытта кем ҡайҙа барырға ярата?
Әсғәт циркка ? ? ? ? барырға ярата.
Азат буш ваҡытында нимәләр эшләй?
Азат китап уҡый. ? ? ? ?

б)
Ответьте на вопросы.

Азат буш ваҡытында нимә эшләргә ярата?
Һин буш ваҡытыңда нимә эшләргә яратаһың?
Буш ваҡытта китап уҡырға яратаһыңмы?
Буш ваҡытта ниндәй музыка тыңларға яратаһың?
Әлиә буш ваҡытында интернетта гиҙергә яратамы?
Атайың балыҡҡа йөрөргә яратамы?
Буш ваҡытта кем урам буйлап йөрөргә ярата?

6.
Диалогтар.

а)
–Алло!
-Алло!
-Азат, һин каникулдамы?
-Эйе. Ә һин, Морат?
-Мин дә. Каникулда нимә эшләйһең?
-Китап уҡыйым.
-Һин буш ваҡытыңда китап уҡырға яратаһыңмы?
-Эйе, ә һин?
-Мин интернетта гиҙергә яратам.
-Шулаймы ни?
-Шулай шул.
-Ярай, гиҙ, уңыштар һиңә!

б)
–Сәләм, Азамат!
-Сәләм, Әлфиә!
-Һин ҡайҙа?
-Изостудияла. Ә һин?
-Компьютер клубында.
-Буш ваҡытыңда компьютерҙа уйнарға яратаһыңмы?
-Эйе, мин геймер.
-Ә мин һүрәт төшөрөргә яратам.
-Һин рәссам булаһыңмы?
-Белмәйем.

7.
Коммуникатив заданиелар

Расскажите о рыбалке.
Расскажите о совей любимой музыке.
Расскажите о компьютерных играх.
Спросите Марата, как можно войти в интернет.
Кого из художников вы любите, расскажите.