Просмотров: 25948

Азат, һин ниңә ҡайтманың?

Азат, почему ты не вернулся?

1.
Ниңә? –Почему? Зачем? Для чего? С какой целью?

Ниңә ҡайтманың? – Почему не вернулся?
Ниңә киттең? – Зачем уехал?
Ниңә ул? – Почему он?
Ниңә ул? – Для чего это?
Ниңә кәрәк? – Зачем это нужно?
Ниңә һуң? – Зачем же?

а)
Һеҙ ниңә китмәнегеҙ?
Улар ниңә барманы?
Һеҙ ниңә яттығыҙ?

б)
–Һин ниңә Мәскәүгә киттең?
-Мин Мәскәүҙе яратам.
-Өләсәй ниңә ауылға ҡайтты?
–Ул ауылды ярата.

в)
–Һин ниңә Сибайға барҙың?
-Сибайҙа апайым бар.
– Ниңә Токиоға барманың?
–Билет булманы.

2.
Өсөн – для, за, из-за, чтобы, с целью?
Ни өсөн– зачем, почему, отчего?
Кем өсөн– ради кого?


Минең өсөн – ради меня.
Һинең өсөн - ради тебя.
Һеҙҙең өсөн - ради вас.
Улым өсөн - ради своего сына.
Бала өсөн – ради ребенка.

а)
Ни өсөн?
Ни өсөн китәһең?
Ни өсөн килдең?
Ни өсөн ятаһың?

б)
Кем өсөн килдең?
Кем өсөн йәшәйһең?
Кем өсөн эшләйһең?

в)
Һин ниңә бында?
Һин ни өсөн бында?
Һеҙ ниңә бармайһығыҙ?

г)
–Нина ни өсөн килмәне?
–Белмәйем.
–Ул кем өсөн килә?
–Минең өсөн.
-Әсә кем өсөн йәшәй?
– Бала өсөн.
-Ул кем өсөн эшләй?
–Улы өсөн.

д)
- Ул ниңә барманы?
–Белмәйем.
–Һин ниңә килмәнең?
–Ваҡытым булманы.

е)
-Азат ниңә килмәне?
–Мәскәүҙә булды.

3.
Ямғыр - дождь
Ямғыр яуа. – Идет дождь.
Ҡар – снег
Ҡар яуа. – Идет снег.
Ҡояш – солнце
Ҡояш ҡалҡа. – Солнце всходит.
Ел – ветер
Ел сыға. – Начинается ветер.
Ҡояш байый. – Солнце заходит.

а)
Бөгөн ямғыр.
Иртәгә ҡар.
Кискә ел.
Көндөҙ ҡояш.

б)
Бөгөн ямғыр булды.
Төндә ҡар яуҙы.

в)
Бөгөн ямғырмы?
Иртән ҡар яуҙымы?
Төндә ел булдымы?
Көндөҙ ҡояшмы?

г)
- Азат ниңә ҡайтманың?
-Ямғыр булды.
– Азат, ниңә килмәйһең?
– Урамда ҡар бит.
–Ләйсән, ниңә ятмайһың?
– Урамда ҡояш бит.

4.
Һыуыҡ – холод, мороз, холодный, морозный
Йылы– тепло, теплый

Һыуыҡ көн – холодный день
Һыуыҡ төн– холодная ночь
Һыуыҡ ҡыш– холодная зима
Ҡыш һыуыҡ– зима холодная
Көҙ һыуыҡ– осень холодная
Йылы көн –теплый день
Йылы яҙ– теплая весна
Йылы өй– теплый дом
Көн йылы – день теплый

а)
Ни өсөн төн һыуыҡ?
Ниңә ҡыш һыуыҡ?
Ни өсөн өй һыуыҡ?

б)
Ни өсөн өй йылы?
Ниңә һин һыуыҡ?
Ни өсөн Өфөлә йылы?
Ни өсөн Төмәндә һыуыҡ?

в)
- Азат, һин ниңә ятаһың?
–Һыуыҡ.

г)
–Азат, ниңә урамда уйнамайһың?
-Урамда һыуыҡ.

5.
Мин өшөнөм. – Я замерз.
Өшөнөм– замерз
Мин өшөнөм – я замерз
Һин өшөнөң – ты замерз
Ул өшөнө– он замерз

а)
- Кем өшөй?
– Ул өшөй.
– Һин өшөйһөңмө?
– Өшөмәйем.
- Кем өшөнө?
- Азамат өшөнө.
– Азат өшөнөмө?
– Эйе.
– Әсәй, өшөнөңмө?
– Юҡ, өшөмәнем.

б)
–Һин ни өсөн өшөмәнең?
-Туным йылы.
–Һин ни өсөн өшөнөң?
–Урамда бик һыуыҡ.

в)
–Азат, ниңә был аҙна ҡайтманың?
–Бик һыуыҡ булды.

6.
Бөгөн нисә градус? – Сколько сегодня градусов?
Нисә градус? – Сколько градусов?

Өфөлә 10 градус йылы. – В Уфе 10 0 тепла.
Сибайҙа 14 градус йылы. – В Сибае 14 0 тепла.
Туҡанда 5 градус һыуыҡ. – В Тукане 5 мороза.

а)
Бөгөн нисә градус?
Кисә нисә градус ине?

б)
-Бөгөн һыуыҡмы?
–Һыуыҡ.
–Нисә градус?
-30 градус һыуыҡ.

в)
-Бөгөн йылымы?
–Йылы.
–Нисә градус?
– 20 градус йылы.

г)
-Кисә нисә градус һыуыҡ ине?
– Ун һигеҙ градус һыуыҡ ине.

д)
-Иртәгә нисә градус?
–Ун биш градус.

е)
-Бишенсе октябрҙә нисә градус була?
– 3 градус.
–Плюсмы, минусмы?
–Плюс.

7.
Күнегеүҙәр

а)
Ответьте на вопросы.

–Бөгөн көн йылымы?
–Һин ниңә ҡайтманың?
–Һыуыҡмы?
–Кисә өшөнөңмө?
–Ни өсөн өшөнөң?
–Кем өсөн килдең?
–Һыуыҡ өсөн ҡайтманыңмы?
–Ни өсөн һыуыҡ?
–Ниңә һиңә йылы тун кәрәк?
–Һиңә тун кәрәкме?
–Кисә нисә градус ине?
–Ниңә йылы көндәрҙә ҡайтманың?

б)
Прочитайте и отгадайте загадки

1)
Башы бар, сәсе юҡ,
Күҙе бар, ҡашы юҡ,
Йөрөргә аяғы юҡ.
Һыуыҡҡа туңмай,
Эҫегә көймәй.

2)
Иргә - ҡанат,
Солтанға – һанат,
Йәй арымай,
Ҡыш ҡарышмай.

3)
Йәйен урман ҡыҙыра,
Ҡышын йоҡо туйҙыра.

б)
Переведите.

Сегодня холодно.
В этом году зима была холодная.
Завтра будет дождь.
Почему ты не приехал к нам?
Ради кого ты приехал в этот мороз?
Зачем ты лежишь?
Почему ты не играешь на улице?
На улице холодно.
Мне очень холодно.
Мне нужна шуба.

в)
Составьте предложения.
Мин, был, өшөнөм, ҡыш.
Һыуыҡта, Өфө, мин, бармай.
Ниңә, кәрәк, ул, тун.
Бөгөн, урам, һыуыҡ.
Өй, ҡыш, йылы.
Һин, ҡайтма, ниңә.
Миңә, булды, һыуыҡ.
Температура, 30, градус, ҡала, һыуыҡ, булды.
Бында, өсөн, килде, һин.
Бала, өсөн, ул, бында, килә.

8.
Диалогтар.

а)
–Сәләм, Айгөл!
–Сәләм, Миләүшә!
–Ниңә техникумға килмәнең кисә?
–Бик һыуыҡ булды.
–Эйе, 30 градус һыуыҡ ине. Мин бик өшөнөм.

б)
–Алло!
–Алло!
–Сәләм, Марат!
–Сәләм, Айҙар!
–Беҙгә бөгөн киләһеңме?
–Юҡ, бик һыуыҡ бит.
–25 градус ҡына, һыуыҡ түгел.
–Юҡ, мин өшөйөм.
–Ярай, иртәгә кил.
–Ярай, рәхмәт.
–Һау бул.
–Һау бул.

в)
–Бөгөн көн йылы шулаймы?
–Эйе.
–Нисә градус?
–Ун биш градус.
–Ямғырмы?
–Юҡ. Ҡояш.
–Ел бармы?
–Бар.

г)
–Алло!
–Алло!
–Һаумы, ҡыҙым!
–Һаумы, әсәй!
–Ниңә кисә ҡайтманың, ҡыҙым?
–Бик һыуыҡ булды, әсәй.
–Өшөнөңмө?
–Урамда өшөйөм.
–Техникумда һыуыҡмы?
–Юҡ, унда йылы.
–Ярай, һау бул.
–Өшөмә. Киләһе шәмбелә ҡайт.
–Ярай, һау бул, әсәй!

9.
Коммуникатив заданиелар

Узнайте у Азата, почему он не поехал домой.
Спросите у Азата, какая вчера была погода.
Спросите у Алии, почему она не была в университете.
Спросите у Азата, сколько сегодня градусов.
Спросите у Оли, зачем она не пришла к бабушке.
Спросите у Алмаза, был ли дождь в субботу.
Спросите у Мурата, ради кого и зачем он поехал в Москву.
Спросите у Ивана, утром был снег.
Спроси у дедушки, когда будут теплые дни.
Спроси у Ильдара, почему он не идет в Интернет-клуб.