Азат, һиңә нисә йәш?

Азат, сколько тебе лет?

1.
Нисә йәш? – Сколько лет?

а)
Нисә йәш?
Миңә ун өс йәш.
Һиңә ун дүрт йәш.
Уға 15 йәш.
Беҙгә 16 йәш.

б)
Кемгә 12 йәш?
Әлиәгә 12 йәш.
Розаға 12 йәш.
Зөфәргә 12 йәш.
Сурағолға 12 йәш.

в)
Азат, һиңә нисә йәш?
Айнур, миңә нисә йәш?
Гөлшат, уға нисә йәш?
Атай, М. Кәримгә нисә йәш?

2.
13 йәш тула.
Ун өскә китте.
Ун өс йәш тулды.
10 йәш тула.
12 йәш тулды.
13 йәш тула.
14 йәш тулды.
15 йәш тула.
15 йәш тулды.

а)
Азатҡа 14 йәш тула.
Айҙарға 13 йәш тулды.

б)
Кемгә 12 йәш тулды?
Кемгә 14 йәш тула?
Уға 12 йәш туламы?
Уға 12 йәш тулдымы?

3.
–ды/-де, -ты/-те, -ҙы/-ҙе, -ны/-не – аффиксы прошедшего очевидного времени: китте ‘ушел’, барҙы ‘ходил’, ҡайтты ‘вернулся’, килде ‘пришел’, йәшәне ‘жил’, торҙо ‘встал’, яратты ‘любил’, тулды ‘исполнилось’, уйнаны ‘играл’, ятты ‘лег’.

а)
Азатҡа 14 йәш тулды.
Айҙарға 10 тулды.
Айнур 16-ға китте.

б)
Ул бөгөн ҡайтты.
Мин сәғәт етелә торҙом.
Беҙ институтҡа барҙыҡ.
Өләсәй ауылда йәшәне.
Беҙ ҡалала йәшәнек.

в)
–Олатайға алтмыш йәшме?
-Юҡ.
-Өләсәйгә алтмыш биш йәшме?
-Түгел.
-Ҡыҙыңа ун биш йәшме?
-Эйе, ун биш.
-Улыңа ун ике туламы?
-Эйе, ун ике тула.
-Һиңә утыҙ биш буламы?
-Юҡ, ҡырҡ була.

4.
Йыл – год
Ай – месяц
Аҙна – неделя
Көн – день

а)
Илле йыл
Ҡырҡ йыл
Йөҙ илле йыл
Ике йөҙ йыл

б)
1950 – бер мең туғыҙ йөҙ илленсе йыл.
2000 – ике меңенсе йыл.
2003 – ике мең өсөнсө йыл.

в)
Бер йыл – 12 ай 52 аҙна – 365 көн
Бер йылда нисә ай?
Бер йылда нисә аҙна?
Бер йылда нисә көн?

г)
Миңә 13 йәш, 5 ай, 3 аҙна.
Һиңә 14 йәш, 3 ай, 2 аҙна.

д)
–Һиңә нисә йәш?
-14 йәш тә 2 ай.
-Уға нисә йәш?
-Ун биш йәш тә өс ай, ике аҙна.
-Һеҙгә нисә йәш?
-Ун алты йәш.

5.
Менән – и, предлоги с, на
Һәм – и

а)
Әмир менән Әхәткә ун йәш.
Андрей менән Русланға ун өс йәш.
Оксана менән Назаға ун биш йәш.

б)
Марат һәм Морат ун ике йәштә.
Дим һәм Юля ун бер йәштә.
Наил һәм Наилә ун дүрт йәштә.

6.
Тыуған көн – день рождения
Минең тыуған көнөм – мой день рождения.
Тыуған көнөң менән ҡотлайым! – Поздравляю с днем рождения!
Тыуған көнөң ҡотло булһын! – Поздравляю с днем рождения!

а)
Минең тыуған көнөм.
Һинең тыуған көнөң.
Уның тыуған көнө.
Беҙҙең тыуған көнөбөҙ.
Һеҙҙең тыуған көнөгөҙ.
Уларҙың тыуған көнө.

б)
Бөгөн минең тыуған көнөм.
Иртәгә һинең тыуған көнөң.
15 майҙа уның тыуған көнө.

в)
Һине тыуған көнөң менән ҡотлайым!
Беҙ уны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Улар мине тыуған көнөм менән ҡотлай.
Тыуған көнөң менән, әсәй!
Тыуған көнөгөҙ менән , Салауат!

г)
Тыуған көнөң ҡотло булһын, Ирек!
Тыуған көнөгөҙ ҡотло булһын, Асия!

д)
-Тыуған көнөң менән, Олеся!
-Рәхмәт!
- Тыуған көнөң ҡотло булһын, Юлия!
–Рәхмәт, Аркадий.
- Тыуған көнөң менән ҡотлайым, атай!
– Рәхмәт, ҡыҙым.

7.
Күнегеүҙәр

а)
Составте предложения.

Азат, йәш, ун дүрт. Азатҡа, булды, ун дүрт йәш.Һиңә,йәш, Азат, нисә, тулды?
Уға, йәш, нисә, тула. Мин, 13, тулды йәш. Ун бишкә, Илгиз, китте.
Бер, 12, йыл, ай. Аҙна, был, тыуған, минең, көн.

б)
Миңә нисә йәш?

Атайыма 31 йәш булғанда, миңә 8 йәш ине. Ә хәҙер ул минән ике тапҡыр олораҡ. Миңә хәҙер нисә йәш?

в)
Переведите.

Бер айҙан минең тыуған көнөм.
Бер йылда 12 ай.
Бер йылда 365 көн.
Миңә 15 йәш тулды.
Мне 16 лет.
В этом году мне будет15 лет.
Он родился в 1990 году.
Ему исполнилось 13 лет.

г)
Поставьте вопросы.

Әлиә менән Фәниә ун биш йәштә.
Рита менән Риммаға ун дүрт йәш тулды.
Марат Илгизде тыуған көнө менән ҡотлай.
Мин әсәйемде тыуған көнө менән ҡотланым.

д)
Прочитайте загадки, переведите, отгадайте.

1.
Осҡан, ти, өс ҡарға:
Береһе әйтә- ҡыш яҡшы,
Икенсеһе – йәй яҡшы,
Өсөнсөһө - миңә икеһе лә бер, ти.

Грамматические загадки:

2.
Иң ҡыҫҡа ай ниндәй?

3.
Ҡыш уртаһында нимә була?

8.
Диалогтар

а)
-Һаумы, Оксана!
-Сәләм, Айбулат!
-Оксана, тыуған көнөң менән!
-Рәхмәт.

б)
–Алло!
-Алло!
-Һаумы, Илүзә. Был мин, Илгиз.
–Һаумы, Илгиз.
–Хәлдәр нисек?
–Яҡшы, Илгиз.
–Илүзә, минең бөгөн тыуған көнөм.
–Шулаймы ни?
–Эйе, шулай.
–Ҡотлайым һине, Илгиз.
-Рәхмәт.
–Быйыл һиңә нисә йәш?
–Ун биш.
-Ҡотло булһын ун биш йәшең!
–Рәхмәт. Беҙгә кил.
–Ярай, киләм.
–Рәхмәт, көтәм.

9.
Коммуникативные задания

Спроси у Азата, сколько ему лет, сколько лет его брату.
Поздравь Азата с днем рождения.
Поздравь маму с днем рождения.
Узнай, через сколько дней, недель Марату будет 14 лет.