Азат, һин ҡайҙа?

Азат, где ты?

 


1.
Ҡайҙа? – Где?

Мәскәү+ҙә
Өфө+лә
Париж+да
Лондон+да
Зоопарк+та
Стадион+да
Театр+ҙа
Троллейбус+та

Окончания
-ла/-лә - после гласных
-да/-дә - после л, м, н, ң, ж, з
-та/-тә - после глухих соласных
-ҙа/-ҙә - после й, р, и, у, ү, ҙ

а)
–Джон ҡайҙа?
-Америкала.

б)
-Иван ҡайҙа?
-Рәсәйҙә.

в)
–Сами ҡайҙа?
-Төркиәлә.

г)
–Сара ҡайҙа?
-Израилдә.

д)
–Маргарет ҡайҙа?
-Франкфуртта.

2.
Кем – ҡайҙа. - Кто – где

а)
башҡорт Башҡортостанда
немец Германияла
француз Францияла
урыҫ Рәсәйҙә
йәһүд Израилдә
үзбәк Үзбәкстанда
ғәрәп Мысырҙа
чех Чехияла
мадьяр Венгрияла
поляк Польшала
ҡытай Ҡытайҙа
татар Татарстанда

б)
–Венгрияла кем?
-Венгр (мадьяр).
–Италияла кем?
-Итальян.
-Төркиәлә кем?
-Төрөк.

в)
–Рәсәйҙә ғәрәп бармы?
-Бар.
–Польшала йәһүд юҡмы?
-Бар.
–Германияла немецмы?
-Эйе, немец.
–Сыуашстанда кем – сыуашмы, удмуртмы?
-Сыуаш.
–Башҡортостанда кем бар?
-Башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мари, удмурт, мордва һәм башҡалар.

3.
мин - миндә - у меня
һин - һиндә - у тебя
ул - унда – у него (нее)
беҙ - беҙҙә - у нас
һеҙ - һеҙҙә - у вас
улар - уларҙа – у них

мин дә - и я
һин дә - и ты
ул да - и он
беҙ ҙә - и мы
һеҙ ҙә - и вы
улар ҙа - и они

а)
–Һиндә нимә бар?
-Гитара.

б)
-Һиндә журналдар бармы?
-Бар.

в)
–Унда кассета бармы?
-Эйе, бар.

г)
–Беҙҙә дискеттар юҡмы?
-Юҡ.

д)
–Һеҙҙә скейтборд бармы?
-Беҙҙә юҡ.

е)
–Уларҙа нимә бар?
-Компьютер бар.

4.
Кемдә? – У кого?

а)
–Алма кемдә?
-Миндә.

б)
–Гитара кемдә?
-Беҙҙә.

в)
–Журналдар кемдә?
-Уларҙа.

5.
Һиндәме? – У тебя?
Һеҙҙәме? – У вас?

а)
–Алма һиндәме?
-Миндә.

б)
–Дискеттар һеҙҙәме?
-Беҙҙә.

в)
–Зөфәр уларҙамы?
-Эйе, уларҙа.

г)
-Олеся ундамы?
-Юҡ, унда түгел.

д)
–Юра һеҙҙәме?
-Юҡ, беҙҙә түгел.

6.
Бында – здесь, вот здесь, тут
Тегендә - там, в том месте, сюда
Унда – там, туда
Унда –мында – там и тут, там и сям, туда-сюда

а)
–Почта ҡайҙа?
-Бында.

б)
-Банк ҡайҙа?
-Тегендә.

в)
–Ресторан ҡайҙа?
-Унда.

г)
–Азамат бындамы?
-Эйе, бында.

д)
–Студенттар тегендәме?
-Юҡ, бында.

е)
-Әлиә ундамы?
-Эйе, унда.

ё) -Наза ундамы?
-Унда-мында.

7.
Өй – дом
урам – улица
ҡала – город
ауыл – деревня

а)
Был өй.
Был урам.
Был ҡала.
Был ауыл.

б)
Өфө - ҡала.
Шишмә - ауыл.
Октябрь проспекты – урам.

в)
Азат өйҙә.
Денис урамда.
Әсәй ҡалала.
Өләсәй ауылда.

г)
–Оля өйҙәме?
-Өйҙә.
-Юра өйҙәме?
-Юҡ, урамда.
-Әлфиә өйҙәме?
-Юҡ, ауылда.

8.
ал - передняя часть
арт - зад, задняя часть
өҫ - верх
аҫ - низ
урта - середина
ҡаршы - против, напротив
уң - правый
һул - левый


Алда – впереди
артта – позади
өҫтә - наверху
аҫта – внизу
уртала – в середине
ҡаршыла – напротив
уңда – направо
һулда – налево

а)
–Почта ҡайҙа?
-Алда.
-Банк ҡайҙа?
-Ҡаршыла.
-Әмир ҡайҙа?
-Артта.
-Университет ҡайҙа?
-Һулда.
-Техникум ҡайҙа?
-Уңда.
-Компьютер ҡайҙа?
-Өҫтә.

б)
–Машина аҫтамы?
-Эйе, аҫта.
-Зал урталамы?
-Юҡ, уртала түгел.
-Банк һулдамы?
-Юҡ, уңда.

в)
–Ҡаршыла нимә?
-Театр.
-Өҫтә нимә?
-Балкон.
-Аҫта нимә?
-Гараж.
-Уңда нимә?
-Ресторан.

г)
-Һулда урам бармы?
-Эйе.
-Колледж уңдамы?
-Эйе.
-Алда Мәскәүме?
-Юҡ.
-Артта машинамы?
-Юҡ, мотоцикл.
-Аҫта океанмы?
-Түгел.
-Уртала ваннамы?
-Юҡ, ванна түгел.
-Ҡаршыла почтамы?
-Юҡ, ҡаршыла телеграф.
-Өҫтә стадионмы?
-Юҡ, теннис корты.

9.
Ана – вон, вон там, вот
Бына – вот

а)
Ана Марат. Бына Әлиә.
Ана Аня. Бына Галя.
Ана Мария. Бына Иван.

б)
–Миша ҡайҙа?
-Ана.
-Машина ҡайҙа?
-Ана.
-Ҡасим ҡайҙа?
-Ана.

в)
–Ҡайҙа гитара?
-Бына.
-Ҡайҙа дискет?
-Бына.
-Ҡайҙа зоопарк?
-Бына.

10.
Йәшә - живи
Тор – живи, проживай

Мин йәшәйем, торам.
Һин йәшәйһең, тораһың.
Ул йәшәй, тора.
Беҙ йәшәйбеҙ, торабыҙ.
Һеҙ йәшәйһегеҙ, тораһығыҙ.
Улар йәшәй (йәшәйҙәр), тора (торалар).

а)
Азат Сибайҙа йәшәй.
Гарри Нью-Йоркта йәшәй.
Өмәр Анкарала йәшәй.
Радж Делиҙә йәшәй.
Барбара Берлинда йәшәй.

б)
–Азат Сибайҙа йәшәйме?
-Эйе.
-Гарри Вашингтонда йәшәйме?
-Юҡ.
-Өмәр Истамбулда йәшәйме?
-Юҡ, Истамбулда түгел, Анкарала.

б)
Илнур Өфөлә тора.
Ляо Пекинда тора.
Степан Самарала тора.
Керим Ташкентта тора.

г)
–Илнур Өфөлә торамы?
-Эйе.
-Ляо Бәләбәйҙә торамы?
-Юҡ.
-Степан Оренбургта торамы?
-Түгел, Самарала.
-Керим Нефтекамала торамы?
-Юҡ, ул Ташкентта тора.

д)
–Илгиз һеҙҙә торамы?
-Беҙҙә.
-Иштван уларҙа торамы?
-Юҡ.
-Антония һиндә торамы?
-Эйе, миндә.
-Марина уларҙа торамы?
-Юҡ, беҙҙә.

11.
Күнегеүҙәр

а)
Поставьте окончания по образцу:

Мәскәү – ҙә - Мәскәүҙә
Владивосток -
Туймазы –
Октябрьский –
Күмертау –
Бөрө -
Яңауыл –

б)
Сделайте по образцу:

Мин стадионда.
Атай завод...
Әсәй театр...
Олатай зоопарк...
Өләсәй магазин...
Ағай университет...
Апай техникум...

г)
Ответьте на вопросы.

Кенгуру ҡайҙа йәшәй?
Алсу ҡайҙа йәшәй?
Земфира Өфөлә йәшәйме?
Һин Өфөлә тораһыңмы?
Һеҙ ҡайҙа тораһығыҙ?
Улар ҡайҙа йәшәйҙәр?
Улар ҡайҙа йәшәй?
Кубала кемдәр йәшәй?
Һин ҡайҙа тораһың?

д)
Составьте предложения.

Тора, Али, Измир.
Фәниә, йәшә, Баймаҡ.
Монгол, йәшә, Улан-Батор.
Израиль, йәшә, кем.
Кемдәр, йәшә, Мысыр.
Үзбәкстан, тора, апай.
Ағай, тора, Литва.

е)
Переведите.

Гитара миндә.
Кассета һиндә.
Дискеттар унда.
Олатай беҙҙә.
Гарри Поттер һеҙҙә.
Музыка уларҙа.
Алда машинамы?
Артта мотоциклмы?
Ҡаршыла театрмы?
Машина алдамы?
Морат арттамы?
Театр ҡаршыламы?
Журнал кемдә?
Кемдә гитара?
Кемдә фотоаппарат?
Фотоаппарат һиндәме?
Ғәлиә һеҙҙәме?
Касса бындамы?
Багаж тегендәме?
Сумка бында.
Велосипед тегендә.
Унда нимә бар?
Унда колледж бар.
Бында почтамы?
Ана почта.
Бына почта.
Ана Гөлшат.
Гөлшат урамда.
Бына өләсәй.
Ана олатай.
Ул өйҙә.

Олатай Бәләбәйҙә йәшәй.
Ғәли ағай Салауатта тора.
Беҙ Өфөлә йәшәйбеҙ.
Өләсәй ауылда йәшәй.

12.
Диалогтар.

а)
- Алло!
-Эйе!
-Һаумыһығыҙ, Гүзәл апай!
-Хәйерле көн!
-Мин Рәсүл Ибраһимов.
-Мин бик шат. Һин ҡайҙа?
-Бында, Өфөлә.
-Кемдә?
-Ағайҙа. Марат өйҙәме?
-Юҡ, ул Кавказда.
-Шулаймы ни?
-Эйе, шулай.
-Ярай, һау булығыҙ.

б)
–Алло!
-Әсәй, һаумы!
-Һаумы, Азат!
-Әсәй, хәлдәр нисек?
-Яҡшы. Һин ҡайҙа?
-Мин Истамбулда.
-Бик яҡшы. Һин отелдәме?
-Эйе, отелдә.
-Душ бармы?
-Бар. Бында кондиционер бар. Ҡаршыла – банк. Уңда - супермаркет, һулда – парк, аҫта – ресторан, өҫтә - кафе.
-Истамбулда сәғәт нисә?
-Дүрт.
-Өфөлә ете.
-Ярай, әсәй, һау бул.
-Һау бул, Азат.

13.
Коммуникативные задания.

Спросите у друга, где Олег.
Спросите у друга, где Уфа.
Спросите у друга, Ольга дома.
Спросите у друга, у него где гитара.
Спросите у друга, дискеты у него.
Спросите у друга, у кого Олег.
Спросите у друга, где расположен Башкортостан.
Спросите у друга, Башкортостан расположен на Урале или на Кавказе.