Азат, һин спорт яратаһыңмы?

Азат, ты любишь спорт?

1.
Спорт төрҙәре - виды спорта
Төр – вид
Футбол
Волейбол
Баскетбол
Теннис
Уйнау – играть
Теннис уйнау – играть в теннис
Йөҙөү – плавание
Көрәш – борьба
Милли көрәш – национальная борьба
Туп – мяч
Бәйге – скачки
Бәйге аты – скакун, беговая лошадь

а)
–Һин спорт яратаһыңмы?
-Эйе.
-Һин футбол яратаһыңмы?
-Юҡ.
-Ул хоккей яратамы?
-Эйе, ярата.

б)
–Һин спорт төрҙәрен беләһеңме?
-Беләм.
-һин көрәш төрҙәрен беләһеңме?
-Юҡ.
-Ул йөҙөү төрҙәрен беләме?
-Эйе.

в)
–Бөгөн милли көрәш буламы?
-Эйе.
-Һабантуйҙа бәйге буламы?
-Була.

г)
–Теннис корты ҡайҙа?
-Ҡаршыла.
-Стадион алыҫмы?
-Юҡ, яҡын.
-Ҡайҙа волейбол уйнайҙар?
-Залда.

д)
–Был ниндәй туп?
-Был футбол тубы.
-Ә тегеһе ниндәй туп?
-Баскетбол.

е)
–Был бәйге атымы?
-Юҡ.
-Бәйге аты ҡайҙа?
-Белмәйем.

2.
Һин шахмат уйнарға яратаһыңмы? – Ты любишь играть в шахматы?
Шахмат уйнау – играть в шахматы
Шашка уйнау – играть в шашки
Домино уйнау – играть в домино
Кәрт уйнау – играть в карты

а)
–Шахмат уйынын яратаһыңмы?
-Эйе.
-Шашка уйынын беләһегеҙме?
-Эйе.

б)
–Һеҙ домино уйнарға яратаһығыҙмы?
-Юҡ.
-Ул кәрт уйнарға яратамы?
-Эйе.

в)
–Кем кәрт уйнай?
-Өләсәй.
-Кем домино уйнарға ярата?
-Олатай.

г)
–Атай футбол уйнарға яратамы?
-Юҡ.
-Әсәй кәрт уйнарға яратамы?
-Яратмай.

д)
–Һин хоккей уйнарға теләйһеңме?
-Эйе.
-Азат футбол уйнарға теләмәйме?
-Теләмәй.

3.
Һин ярышҡа бараһыңмы? – Ты пойдешь на соревнование?
Ярыш – соревнование
Саңғы ярышы – соревнования по лыжам
Сана ярышы – соревнования на санках
Теннис ярышы – соревнования по теннису
Ярыш асыу – открытие соревнования
Ярыш ябыу – закрытие соревнования
Ярыш башлау – начинать соревнование
Ярышта ҡатнашыу – принимать участие в соревнованиях
Ярышта еңеү – победитьв соревнованиях
Ярышта еңелеү – проиграть в соревнованиях
Ярышҡа барыу – идти на соревнования
Ярышта булыу – быть на соревнованиях

а)
–Бөгөн саңғы ярышы буламы?
-Эйе.
-Иртәгә теннис ярышы буламы?
-Юҡ.

б)
–Ҡасан саңғы ярышы була?
-Сәғәт 10:00.
-Ҡасан саңғы ярышы башлана?
-Сәғәт 11:00.
-Ҡасан саңғы ярышы ябыла?
-Сәғәт киске алтыла.

в)
–Айһылыу, ярышҡа бараһыңмы?
-Барам.
-Марат ярышта ҡатнашаһыңмы?
-Эйе.

г)
–Айҙар, саңғы ярышында кем еңде?
-Мин.
-Сана ярышында кем еңде?
-Азат.

3.
Бокс буйынса ярышҡа барабыҙмы? – Пойдем на соревнования по боксу?
Бокс буйынса ярыш – соревнования по боксу
Йөҙөү буйынса ярыш – соревнования по плаванию
Көрәш буйынса ярыш – соревнования по борьбе

а)
–Азат, һин бокс яратаһыңмы?
-Эйе.
-Бокс буйынса ярышҡа бараһыңмы?
-Барам.
-Бокс буйынса ярыш ҡасан башлана?
-Сәғәт ун берҙә.

б)
–Йөҙөү буйынса ярыш буламы?
-Була.
-Йөҙөү буйынса ярыш ҡайҙа була?
-«Нефтяник» бассейнында.

в)
–Көрәш буйынса ярышҡа барабыҙмы?
-Эйе.
-Көрәш буйынса ярышта ҡатнашаһыңмы?
-Юҡ.
-Милли көрәш буйынса ярыш ҡасан була?
-Июндә, һабантуйҙа.

4.
Олимпия уйындарына бараһығыҙмы? Поедете на Олимпийские игры?
Олимпия уйындары – Олимпийскиеигры
Олимпия ярыштары – Олимпийские соревнования
Олимпия чемпионы – Олимпийский чемпион
Донъя чемпионы – Чемпион мира

а)
–Олимпия уйындары ҡасан була?
-Белмәйем.
-Олимпия уйындары ҡайҙа була?
-Мәскәүҙә.

б)
–Олимпия ярыштарына барабыҙмы?
-Эйе.
-Һин Олимпия уйындарына бараһыңмы?
-Барам.

в)
–Һин республиканың Олимпия чемпиондарын беләһеңме?
-Белмәйем.
-Республикала Олимпия чемпиондары бармы?
-Бар.

г)
–Һин Олимпия чемпионы булырға теләйһеңме?
-Юҡ.
-Азат донъя чемпионы булырға теләйме?
-Эйе.
-Һин Олимпия чемпиондары менән танышмы?
-Юҡ.

д)
–Һин Олимпия ярыштарының көйәрмәне түгелме?
-Түгел.
-Һин футбол уйнайһыңмы?
-Юҡ, мин көйәрмән.

5.
Туп уйындары. – Игры в мяч
Туп уйнау – играть в мяч
Туп һуғыу – ударять по мячу
Туп тибеү – бить (ногой) по мячу
Туп ташлау – бросить мяч
Туп ырғытыу – кидать мяч
Туп быраҡтырыу – бросать мяч

а)
–Кем туп менән уйнай?
-Волейболсы, футболсы, баскетболсы.
-Кем туп уйнай?
-Бала туп уйнай.

б)
–Кем тупты тибеп уйнай?
-Футболсы.
-Кем тупты һуғып уйнай?
-Волейболсы.
-Кем тупты кәрзингә ташлай?
-Баскетболсы.
-Кем йөн туп менән уйнай?
-Тенниссы.

в)
–Һин туп уйындарын яратаһыңмы?
-Эйе.
-Һин ниндәй туп уйынын яратаһың?
-Футбол.

6.
Күнегеүҙәр.

а) Что это?

б) Какие виды спорта представлены?

в) Составьте предложения.

Азат, спорт, хоккей, ярата.
Донъя, булыу, Азат, чемпион, теләй.
Һин, спорт, ниндәй, төр, ярат.
Ул, уйнарға, баскетбол, ярат.
Көрәш, республика, ярыш, милли, буйынса, була.
Бәйге, һабантуй, була, йылда.
Шахмат, шашка, уйын, ярат, мин, уйнарға.
Әсәй, атай, уйна, теннис.

г)
Ответьте на вопросы.

Һин спорт яратаһыңмы?
Һин ниндәй спорт төрҙәрен беләһең?
Ул шашка уйнарға яратамы?
Алмаз хоккей ярышына барамы?
Әлиә гимнастика буйынса ярышта ҡатнаштымы?
Был кемдең бокс бирсәткәһе?
Һин башҡорт милли көрәшен яратаһыңмы?
Милли көрәш буйынса чемпиондарҙы беләһеңме?
Республикала Олимпия чемпиондары бармы?
Һин ниндәй туп уйындарын беләһең?
Һеҙҙә теннис корты бармы?
Һин йөҙөү төрҙәрен беләһеңме?

7.
Диалогтар.

а)
–Алло!
-Алло, Азамат, һинме?
-Эйе, мин, Юлдаш, әйҙә хоккейға барайыҡ.
-Әйҙә, кем кемдәр менән уйнай?
-«Салауат Юлаев» Мәскәү «Локомотив»ы менән уйнай.
-Ярай. Билет алдыңмы?
-Эйе, алдым.
-Сәғәт нисәлә ярыш?
-11:00.
-Яҡшы.

б)
-Әсәй, мин ярышҡа барам.
-Ниндәй ярышҡа?
-Парашютистар ярышына.
-Кем менән бараһың?
-Наил менән. Ул көйәрмән.
-Ярыш ҡайҙа була?
-Иҙел аръяғында.
-Сәғәт нисәлә?
-Ундан – ун икегә тиклем була.
-Ярай, иҫән-һау йөрө.

в)
–Атай, миңә бокс бирсәткәһе кәрәк.
-Ни өсөн?
-Мин бокс секцияһына йөрөйөм.
-Ниңә бокс? Башҡа спорт төрөн һайла.
-Юҡ, мин боксты һайланым.
-Ниңә хоккей, ниңә футбол, ниңә волейбол түгел?
-Мин боксер булам.
-Ярай, улай булғас.
-Бирсәткәне ҡасан алаһың?
-Иртәгә алырмын.
-Рәхмәт.

8.
Коммуникатив заданиелар.

Расскажите о спортивном комплексе.
Распросите о правилах игры в футбол, хоккей, баскетбол.
Расскажи об обязанностях судьи.
Что ты знаешь о бобслейе.
Какие соревнования проводятся на сабантуях.
Что ты знаешь о соревнованиях по картингу, расскажи.