Азат, һин Өфөнө беләһеңме?

Азат, ты знаешь Уфу?

1.
Өфө - Уфа
Баш ҡала – столица
Боронғо ҡала – древний город

а)
Өфө ҡалаһы.
Өфө матур ҡала.
Өфө - баш ҡала.
Өфө - ҙур ҡала.
Өфө - боронғо ҡала.

б)
-Өфөлә нимә бар?
-Университеттар, музейҙар, театрҙар, стадиондар, мәктәптәр, техникумдар, һәйкәлдәр бар.
-Өфөлә тағы нимә бар?
-Фонтандар, урамдар.

в)
-Өфө ҙурмы?
-Бик ҙур.
-Өфө матурмы?
-Матур.
-Өфө боронғо ҡаламы?
-Эйе.
-Өфө баш ҡаламы?
-Баш ҡала.

г)
-Өфө ҡасан төҙөлгән?
-Белмәйем.
-Өфөлә йәштәр театры ҡасан төҙөлдө?
-Яңыраҡ.

2.
Ҡала үҙәге – центр города
Үҙәк – центр
Дәүләт – государственный
Һәйкәл – памятник
Китапхана – библиотека
Сәнғәт – искусство
Тарихи – исторический

а)
–Ҡала үҙәгенә нисек барырға?
-Автобус менән.
-Салауат һәйкәленә нимә менән барырға?
-Автобус һәм троллейбус менән.

б)
–Сәнғәт академияһы ҡайҙа?
-Ҡала үҙәгендә.
-Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡайҙа?
-Үҙәктә.

в)
–Был Опера һәм балет театрымы?
-Эйе.
-Ә был музеймы?
-Юҡ.
-Был Дәүләт архивымы?
-Эйе.
-Был Башҡорт дәүләт театрымы?
-Юҡ.

г)
-Өфөнөң ниндәй тарихи урындарын беләһегеҙ?
-Белмәйем.
-Өфөнәң ниндәй музейҙарын беләһегеҙ?
-Нестеров исемендәге музей, Крайҙы өйрәнеү музейы, М.Ғафури музейы...

д)
-Өфөлә ниндәй йылғалар бар?
-Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим.
-Өфөлә ниндәй театрҙар бар?
-Башҡорт, Урыҫ, Татар драма театрҙары.

е)
-Өфөлә йәштәр театры бармы?
-Бар.
-Ә ҡурсаҡ театры бармы?
-Бар.

ё)
-Өфөлә Милли китапхана ҡайҙа?
-Үҙәктә.
-Милли банк ҡайҙа?
-Башҡорт драма театры янында.

3.
Был Ҡоролтай бинаһы.
Ҡоролтай – Курултай (Госсобрание)
Бина – здание
Хөкүмәт – правительство
Майҙан – площадь
Һарай – дворец

а)
–Был Ҡоролтай бинаһымы?
-Эйе.
-Тегеһе Хөкүмәт йортомо?
-Эйе.

б)
–Был ниндәй бина?
-Милли банк бинаһы.
-Был ниндәй йорт?
-Милли китапхана йорто.

в)
–Совет майҙаны ошомо?
-Эйе.
-Актерҙар йорто ошомо?
-Юҡ.

г)
–Һин университетҡа бараһыңмы?
-Эйе.
-Һин Каруан һарайҙа булдыңмы?
-Юҡ.

4.
Ҡала хакимиәте- Администрация города.
Хакимиәт – администрация
Башлыҡ – глава
Өфө ҡалаһы хакимиәте – Администрация города Уфы

а)
-Өфө ҡалаһының башлығы кем?
-Белмәйем.
-Стәрленең башлығы кем?
-Әхмәтов.
-Республиканың башлығы кем?
-Президент.

б)
-Өфө хакимиәте ҡайҙа?
-Октябрь проспектында.
-Совет районы хакимиәте ҡайҙа?
-Революцион урамда.
-Калинин районы хакимиәте ҡайҙа?
-Белмәйем.

в)
-Әлшәй районы хакимиәте Раевкаламы?
-Эйе.
-Өфө районы хакимиәте Зубоволамы?
-Юҡ.
-Илеш районы хакимиәте Илештәме?
-Юҡ, Йәркәйҙә.

5.
Өфө тураһында тағы нимә беләһегеҙ? – Что вы знаете об Уфе?
Өфө тураһында – об Уфе
Тағы – еще
Кеше – человек
Нисә кеше? – Сколько человек?

а)
-Өфөлә күпме халыҡ йәшәй?
-Бер миллион.
-Салауатта күпме халыҡ йәшәй?
-Белмәйем.

б)
-Өфөлә нисә район бар?
-Ете.
-Башҡортостанда нисә район бар?
-Илле дүрт.

в)
-Өфөлә ниндәй райондар бар?
-Дим, Совет, Ленин, Октябрь, Калинин, Орджоникидзе, Киров райондары.
-Башҡортостанда ниндәй райондар бар?
-Әбйәлил, Баймаҡ, Дүртөйлө, Ауырғазы һәм тағы 50 район.

г)
-Өфө ҡунаҡханалары шәпме?
-Эйе.
-«Президент Отель» ҡунаҡханаһы шәпме?
-Бик шәп.

д)
-Өфөләр нисек?
-Яҡшы.
-Өфөлә стадиондар нисек?
-Белмәйем.
-Өфөлә театрҙар нисек?
-Бик шәп.
-Өфөлә ресторандар нисек?
-Әллә, белмәйем.

6.
Өфөнөң күңел асыу урындарын беләһеңме?
Знаешь ли ты развлекательные места Уфы?
Күңел – душа, настроение
Күңел асыу – развлекаться, веселиться
Күңелле – весело
Күңел асыу урындары – развлекательные места
Күңел асыу үҙәге – развлекательный центр

а)
-Өфөләр ҡайҙа күңел аса?
-Паркта, ресторанда, күңел асыу үҙәктәрендә.
-Һин ҡайҙа күңел асаһың?
-Компьютер клубында.
-Ағайың ҡайҙа күңел аса?
-«Өфө уттары» күңел асыу үҙәгендә.

б)
–Һеҙ нисек күңел асаһығыҙ?
-Компьютерҙа уйнап.
-Азат нисек күңел аса?
-Скейтбордта йөрөп.
-Һин нисек күңел асаһың?
-Әйтмәйем.

7.
Өфөлә ҡасан Ҡала көнө була? – Когда будет в Уфе День города?
Ҡала көнө - День города
12 июнь – Ҡала көнө

а)
–Ҡала көнө ҡасан була?
-Ун икенсе июндә.
-Республика көнө ҡасан була?
-Ун беренсе октябрҙә.

б)
–Ҡала көнөндә нимә була?
-Фейерверк була.
-Республика көнөндә нимә була?
-Ҙур концерт була.

в)
–Һин ҡала көнөн яратаһыңмы?
-Эйе, яратам.

9.
Күнегеүҙәр.

а)
Закончите предложения.

Мин Өфөнө бик .....
Өфөлә бер миллион кеше .....
Өфө Башҡортостандың баш .....
Өфөлә «Россия», «Ағиҙел», «Аҡтау», «Өфө» һәм башҡа ҡунаҡханалар .....
Өфөлә студенттар бик .....
Өфө урамдары оҙон һәм .....
Өфө Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары буйында .....
Мин Өфөлә колледжда .....
Ағайым Өфөлә Нефть университетында .....

б)
Ответьте на вопросы.

-Был ниндәй ҡала?
-Өфө баш ҡаламы?
-Өфөлә күпме кеше йәшәй?
-Өфөлә нисә район бар?
-Өфөлә ниндәй байрамдар үткәрелә?
-Ҡала көнө Өфөлә ҡасан үткәрелә?
-Республика көнөн Өфө нисек үткәрә?
-Өфөлә нисә мәктәп, ссуз, вуз бар?
-Өфөлә ниндәй театрҙар, музейҙар бар?
-«Уралсиб» банкыһын беләһеңме?
-Өфөлә Матбуғат йорто ҡайҙа?
-Өфөнөң тимер юл вокзалы ҙурмы?
-Өфөлә ниндәй бөйөк кешеләр йәшәгән?
-Өфөнөң ҡайһы урамы бик оҙон?
-Өфө циркы ҙурмы?

в)
Напишите названия улиц вашего города.

Салауат Юлаев урамы

г)
Перечислите развлекательные места вашего города.

Өфө уттары

д)
Отгадайте грамматические загадки.

1) Өфөнөң уртаһында нимә тора?
2) Дәрес аҙағы ни менән бөтә?

е)
Переведите и ответьте на вопросы.

Йылғала өс өйрәк менән дүрт ҡаҙ йөҙөп йөрөй ине. Уларға биш тауыҡ һәм ике әтәс ҡушылды. Йылғала бөтәһе нисә ҡош йөҙә?
Һыу буйында биш кәмә,
Өсөһө китте йөҙөп,
Нисәүһе ҡалды ярҙа,
Әйтеп ҡара һин үҙең!
* * *
Алты яулыҡ. Икеһе
Биҙәкләнгән тирәле,
Нисәһендә биҙәк юҡ?
Шуны әйтеп бир әле?
* * *
Бер ҡәләм дә биш ҡәләм
Була һуң әле нисәү?
Нисәне алып ташлағас,
Ҡәләмдәр ҡалыр өсәү?

9.
Диалогтар.

а)
–Алло!
-Һаумыһығыҙ, был Өфөмө?
-Эйе.
-Һеҙ ҡайҙан?
-Лондондан. Мин Өфөгә килергә теләйем.
-Һеҙ башҡортмо?
-Юҡ, мин инглиз.
-Инглиз?
-Эйе, мин башҡорт телен өйрәнәм.
-Шулаймы ни? Ҡасан киләһегеҙ?
-Ике аҙнанан. Миңә ҡунаҡхана кәрәк.
-Яҡшы, булыр, көтәбеҙ.
-Рәхмәт.

б)
–Һаумыһығыҙ!
-Һаумыһығыҙ, Һеҙ Майкмы?
-Эйе, мин Майк.
-Нисек килдегеҙ?
-Бик яҡшы. Самолет менән тәүҙә Мәскәүгә, унан - Өфөгә.
-Рәхим итегеҙ машинаға. Ҡунаҡханаға барабыҙ.
-Рәхмәт. Ниндәй ҡунаҡхана?
-«Башҡортостан» ҡунаҡханаһы.
-Ул ҡыйбатмы?
-Уртаса.
-Яҡшы. Мин – студент. Ҡыйбат ҡунаҡхана кәрәкмәй.
-Был Ағиҙел йылғаһы. Матур һәм ҙур йылға.
-Был Фрунзе, ә был Ленин урамы.
-Урамдар матур.
-Бына «Башҡортостан» ҡунаҡханаһы, рәхим итегеҙ.
-Рәхмәт. Ниндәй матур!
-Эйе, матур шул.

в)
–Хәйерле иртә, Майк!
-Һаумыһығыҙ, Рәшит!
-Нихәл, ял иттегеҙме?
-Яҡшы, рәхмәт.
-Бөгөн Өфөнө ҡарайбыҙмы?
-Мөмкин булһа, әлбиттә.
-Мин нисәгә ҡунаҡханаға киләйем?
-Сәғәт ун бергә. Салауат һәйкәленә барабыҙмы?
-Әлбиттә.
-Рәхмәт. Мин уны бик күргем килә.
-Тағы ҡайҙа барғығыҙ килә?
-Археология һәм этнография, Крайҙы өйрәнеү музейҙарына.
-Яҡшы. Өфө буйлап йөрөйбөҙмө?
-Яҡшы, йөрөйбөҙ.
-Ярай, мин бер сәғәттән киләм.
-Рәхмәт, мин көтәм.

10.
Коммуникатив заданиелар

К вам приехал гость из Англии. Поинтересуйтесь, что он хотел бы в Уфе увидеть.
Вы побывали в музеях Уфы, расскажите другу о них.
Расскажите о развлекательных местах Уфы своему другу из Салавата.
Вы учитесь в техникуме, расскажите родителям о нем.
Уточните, сколько техникумов, колледжей в Уфе.
Побеседуйте с другом,подругой о Дне города.
Спросите у брата, что ему в Уфе нравится, что – нет.