Азат, Башҡортостан тураһында һин нимә беләһең?

Азат, что ты знаешь о Башкортостане?

1.
Башҡортостан – Башкортостан
Башҡортстан Республикаһы – Республика Башкортостан
Башҡортостан тәбиғәте – природа Башкортостана
Башҡортостан халыҡтары – народы Башкортостана
Башҡортостан мәҙәниәте – культура Башкортостана

а)
–Башҡортостан Республикаһы ҡайҙа?
-Уралда.
-Үзбәкстан Республикаһы ҡайҙа?
-Урта Азияла.

б)
–Башҡортостан Республикаһы Азияламы?
-Ул Азияла ла, Европала ла.
-Таулы Алтай Республикаһы Европаламы?
-Юҡ, ул Азияла.

в)
–Башҡортостанда нисә ҡала бар?
-Егерме бер.
-Башҡортостанда нисә район бар?
-Илле дүрт.

г)
–Башҡортостандың баш ҡалаһын беләһеңме?
-Өфө.
-Башҡортостандың Учалы ҡалаһын күрҙеңме?
-Юҡ, күрмәнем.

д)
–Башҡортостан гербын беләһеңме?
-Эйе, беләм.
-Башҡортостан гимнын кем яҙған?
-Белмәйем.
-Башҡортостан байрағын һеҙ беләһегеҙме?
-Эйе, беләбеҙ.

2.
Башҡортостан тәбиғәте.- Природа Башкортостана.
Тәбиғәт – природа
Тау – гора
Йылға – река
Күл - озеро
Урман – лес
Дала – степь
Һаҙ – болото
Сүл - пустыня
Иң – самый
Бейек – высокий
Тәрән – глубокий

а)
Был тау.
Был йылға.
Был күл.
Был урманмы?
Был даламы?
Был һаҙмы?
Урал тауы
Ирәндек тауы
Ирәмәл тауы
Балҡантау
Янғантау
Ямантау
Торатау

б)
Ағиҙел йылғаһы
Ҡариҙел йылғаһы
Дим йылғаһы
Көнйылға
Кесейылға
Игенйылға

в)
Асылыкүл
Ҡандракүл
Яугүл
Ҡаратабын күле
Боғаҙаҡ күле
Ҡалҡан күле

г)
–Башҡортостанда ниндәй тауҙар бар?
-Ирәндек, Ирәмәл, Ҡырҡты, Ҡыраҡа, Көркәк, Балҡантау, Мәсем һәм башҡалар.
-Башҡортостандың ниндәй йылғаларын беләһең?
-Ағиҙел, Яйыҡ, Дим, Нөгөш, Һаҡмар, Ҡыҙыл, Әй, Эйек, Сәрмәсән, Ыҡ һәм башҡалар.
-Башҡортостанда дала ҡайҙа?
-Көньяҡта.
-Һаҙҙар ҡайҙа?
-Төньяҡта, үҙәк Башҡортостанда.

д)
–Башҡортостанда тауҙар бейекме?
-Эйе.
-Башҡортостан тауҙары Кавказдан бейегерәкме?
-Юҡ.
-Башҡортостандың иң бейек тауын беләһеңме?
-Эйе, беләм, Ямантау.
-Башҡортостандың иң тәрән күлен беләһеңме?
-Эйе, Яҡтыкүл.
-Иң оҙон йылғаһы Ағиҙелме?
-Эйе, Ағиҙел.

е)
–Башҡортостанда ниндәй ҡоштар бар?
-Белмәйем.
-Хайуандарын, йәнлектәрен беләһеңме?
-Бер аҙ.
-Башҡортостанда айыу, бүре, ҡуян бармы?
-Эйе.
-Башҡортостанда ниндәй балыҡтар бар?
-Белмәйем.
-Башҡортостанда нефть, алтын, күмер бармы?
-Бар.
-Башҡортостанда һыуыҡмы, йылымы?
-Уртаса.
-Шүлгәнташ ҡайҙа?
-Бөрйән районында.

ё)
Башҡортостандың ниндәй ҡоштары һанамыштарҙа сағылыш тапҡан?

Төй-төй төйлөгән
-Төй-төй төйлөгән,
Төндә ҡайҙа бараһың?
-Хәбирҙәргә барамын.
-Унда ниндәй йомошоң?
-Унда бар осор ҡошом.
Осоп китте, юғалды,
Башы һыуға тығылды,
Аҡ суҡ, ҡара суҡ,
Бында торма, бар сыҡ!

3.
Башҡортостан халыҡтары. – Народы Башкортостана.
Халыҡ – народ
Башҡорт – башкир
Урыҫ – русский
Татар – татарин
Сыуаш – чуваш
Мари – мари
Удмурт – удмурт
Мордва – мордва
Немец – немец
Латыш – латыш
Төп халыҡ – коренной народ

а)
–Башҡортостанда ниндәй халыҡтар йәшәй?
-Башҡорт, урыҫ, татар һәм башҡалар.
-Башҡортостандың төп халҡын беләһеңме?
-Эйе, башҡорт.

б)
–Башҡортостанға урыҫтар ҡасан килгән?
-Ун алтынсы –егерменсе быуаттарҙа.
-Башҡортостанға татарҙар ҡасан килгән?
-Ун алтынсы – ун туғыҙынсы быуаттарҙа.
-Сыуаштар ҡасан килгән?
-Ун етенсе – ун һигеҙенсе быуаттарҙа.
-Мариҙар ҡасан килгән?
-Ун алтынсы – ун етенсе быуаттарҙа.

в)
–Удмурттар Башҡортостанда килгән халыҡмы?
-Эйе.
-Мордвалар Башҡортостанда төп халыҡмы?
-Юҡ, килгән халыҡ.

г)
–Башҡортостанда немец, латыш, украин, белорус ауылдары бармы?
-Бар, тик уларҙа башҡа халыҡтар ҙа хәҙер йәшәй.

д)
–Башҡортостанда мари, удмурт, мордва телдәрендә уҡыйҙармы?
-Эйе.
-Башҡортостанда урыҫтар башҡорт телен беләме?
-Юҡ.
-Башҡорттар урыҫ телен беләме?
-Белә.
-Башҡортостанда башҡорт телен өйрәнергә кәрәкме?
-Кәрәк.
-Беҙгә ниндәй телдәр кәрәк?
-Башҡорт, урыҫ, инглиз һәм туған тел.
-Башҡортостан халыҡтары республиканы яратамы?
-Эйе.
-Һин Башҡортостанды яратаһыңмы?
-Эйе.

4.
Башҡортостан мәҙәниәте. – Культура Башкортостана.
Мәҙәниәт – культура
Башҡорт мәҙәниәте – башкирская культура
Республика мәҙәниәте – культура республики
Сәнғәт – искусство
Башҡортостан сәнғәте – искусство Башкортостана
Мәҙәниәт йорто – Дом культуры
Мәҙәниәт үҙәге – Центр культуры

а)
-Һин башҡорт мәҙәниәтен беләһеңме?
-Бер аҙ.
-Һеҙ урыҫ сәнғәтен беләһегеҙме?
-Юҡ.
-Һеҙ республика мәҙәниәтен беләһегеҙме?
-Бик әҙ.

б)
–Мәҙәниәт йорто ҡайҙа?
-Ҡаршыла.
-Мәҙәниәт үҙәге ҡайҙа?
-Уңда.

в)
–Был сәнғәт институтымы?
-Эйе.
-Тегеһе сәнғәт училищеһымы?
-Юҡ, ул сәнғәт мәктәбе.

г)
–Башҡорт мәҙәниәте көндәре буламы?
-Була.
-Мари мәҙәниәте үҙәге ҡайҙа була?
-Белмәйем.
-Сыуаш мәҙәниәте үҙәге Ҡырмыҫҡалы районындамы?
-Эйе.

5.
Күнегеүҙәр.

а)
Ответьте на вопросы.

Баймаҡ Башҡортостандамы?
Ырымбур Башҡортостандамы?
Башҡортостандың көнбайышында ниндәй ҡалалар бар?
Башҡортостан Уралдың ҡайһы яғында?
Башҡортостанда дала бармы?
Башҡортостанда сүлдәр бармы?
Башҡортостан Рәсәйҙең ҡайһы ерендә?
Урал тауҙары тураһында нимә беләһең?
Башҡортостан тураһында нимә беләһең?

б)
Исправьте ошибки.

Башҡортостан Себерҙә.
Учалы, Сибай, Туймазы, Мәләүез - Татарстан ҡалалары.
Өфө - баш ҡала.
Ҡазан Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан.
Башҡортостандың төп халҡы – башҡорт.
Сыуашстан Республикаһының баш ҡалаһы – Салауат.
Ҡурай – башҡорт халыҡ инструменты.
Ҡумыҙ бик күп халыҡтарҙа бар.
Башҡортостан гимнын Чайковский яҙған.

в)
Составьте предложения.

Башҡортостан, ярата, мин, бик.
Ул, белә, Башҡортостан, яҡшы.
Мин, Башҡортостан, төньяҡ, йәшәйем.
Ямантау, бейек, иң, тау, Башҡортостан.
Яҡтыкүл, күл, Башҡортостан, матур, тәрән, иң.
Башҡортостан, күп, ҡоштар, иле.
Башҡортостан, академия, сәнғәт, эшләй.
Мариҙар, тел, белә, татар, башҡорт, урыҫ.

г)
Разгадайте ребус.


6.
Диалогтар.

а)
–Алло!
-Алло!
-Азат, һин республиканы яҡшы беләһеңме?
-Эйе.
-Ағиҙел ҡалаһы ҡайҙа?
-Нефтекама яғында.
-Ә Нефтекама ҡалаһы ҡайҙа?
-Башҡортгостандың төньяҡ –көнбайышында.
-Шулаймы ни? Ә Бөрө ҡайҙа?
-Ул төньяҡта.
-Мәләүез ҡайҙа?
-Көньяҡта.
-Рәхмәт.
-Ә һиңә ниңә кәрәк?
-Башҡортостан тураһында викторина була.
-Шулаймы ни?
-Шулай шул. Ярай, рәхмәт.
-Һиңә уңыштар.

б)
–Һаумыһығыҙ!
-Һаумыһығыҙ!
-Һеҙ ҡайҙан?
-Башҡортостандан.
-Ә ул ҡайҙа?
-Көньяҡ Уралда.
-Унда ниндәй тауҙар,йылғалар бар?
-Ямантау, Ирәндек, Көркәк тауҙары, Урал, Ағиҙел, Дим йылғалары бар.
-Тағы һеҙҙә нимә бар?
-Бал, ҡымыҙ, ҡурай, бишбармаҡ бар.
-Айыу бармы?
-Урманда күп.
-Шулаймы ни?
-Эйе.

в)
–Азат, был ниндәй байраҡ?
-Башҡортостан байрағы.
-Кем эшләгән?
-Белмәйем.
-Башҡортостан гимнын беләһеңме?
-Ишеткәнем бар.
-Оҡшаймы?
-Эйе.
-Авторын беләһеңме?
-Эйе, Фәрит Идрисов.
-Башҡортостан гербын күргәнең бармы?
-Бар. Унда Салауат Юлаев һәйкәле тора.
-Яҡшы. Афарин.
-Рәхмәт.

7.
Коммуникатив заданиелар


Составьте план рассказа о Башкортостане.
Составьте путеводитель по Башкортостану.
Попросите рассказать Азата о горах Башкортостана.
Распросите друга, что он знает об озерах республики.