Азат, һинең диңгеҙгә барғың киләме?

Азат, тебе хочется поехать на море?

1.
Диңгеҙгә барыу – поехать на море
Диңгеҙ – море
Диңгеҙгә барғы килә - хочется поехать на море

а)
Ҡара – смотри, ҡарағы килә - хочется смотреть
Күр – смотри, күрге килә - хочется увидеть
Бел – знай, белге килә - хочется знать
Яҙ – пиши, яҙғы килә - хочется писать
Кит – уходи, китке килә - хочется уходить
Уҡы – читай, уҡығы килә - хочется читать
Йөҙ – плавай, йөҙгө килә - хочется плавать

2.
Желание в башкирском языке передается с помощью аффиксов –ғы/-ге, -ҡы/-ке и вспомогательного глагола килә.

а)
Минең барғым килә. – Мне хочется идти.
Һинең барғың килә. – Тебе хочется идти.
Уның барғыһы килә. – Ему хочется идти.
Һеҙҙең барғығыҙ килә. – Вам хочется идти.
Уларҙың барғыһы килә. – Им хочется идти.

а)
Мин поезд менән йөрөгөм килә.
Мин самолет менән осҡом килә.
Уның автобус менән киткеһе килә.

б)
–Һинең Мәскәүгә барғың киләме?
-Эйе, килә.
-Мәскәүгә нимә менән барғың килә?
-Самолет менән.
-Ялға ҡайҙа барғың килә?
-Талҡаҫ күленә,
-Ялда нимә эшләгең килә?
-Компьютерҙа уйнағым килә.
-Һинең каникулда нимә эшләгең килә?
-Диңгеҙҙә йәки күлдә һыу ингем килә.
-Унда нимә менән барғың килә?
-Поезд менән.
-Әлиә, Канар утрауҙарында булғың киләме?
-Эйе.

в)
–Һеҙҙең Башҡортостанға килгегеҙ киләме?
-Килә.
-Уның стадионға барғыһы киләме?
-Юҡ, килмәй.
-Һеҙҙең бассейнда йөҙгөгөҙ киләме?
-Килмәй.

г)
– Азат, Япониянан ҡайтҡың киләме?
-Эйе, килә.
-Марат, шахмат уйнағың киләме?
-Килә.
-Әлиә, компьютерҙа эшләгең киләме?
-Килмәй.
-Һеҙҙең банан ашағығыҙ киләме?
-Юҡ, килмәй.
-Азат, һинең быйыл диңгеҙгә барғың киләме?
-Эйе, килә.

2.
Диңгеҙгә барһам... Если поеду на море...


-һа/-һә - аффиксы условного наклонения

Ал – бери, алһа – если возмет
бел – узнай, белһә - если узнает
һөйлә - расскажи, һөйләһә - если расскажет
ҡайт – вернись, ҡайтһа – если вернется
Мин алһам – если возьму
һин алһаң – если возьмешь
ул алһа – если возьмет
беҙ алһаҡ – если возьмем
һеҙ алһағыҙ – если возьмете
улар алһа (алһалар) – если они возьмут

а)
–Диңгеҙгә барһаң, нимә эшләйһең?
-Йөҙәм.
-Баҡсаға барһаң, нимә эшләйһең?
-Еләк ашайым.

б)
–Каникул булһа ҡайҙа бараһың?
-Диңгеҙгә.
-Йәй булһа нимә эшләйһең?
-Антальяға китәм.
-Аҡсаң булһа нимә эшләр инең?
-Машина алам.
-Президент булһаң нимә эшләр инең?
-Белмәйем.

3.
Азат, беҙгә килһәгеҙ ине. – Азат, приехали бы вы к нам.

Килһәгеҙ ине – приехали бы вы
Ҡайтһаң ине - вернулся бы
Мин барһам ине. – Если б я поехал.
Һин барһаң ине. – Если б ты поехал.
Ул барһа ине. – Если он ты поехал.
Беҙ барһаҡ ине. – Если б мы поехали.
Һеҙ барһағыҙ ине. – Если б вы поехали.
Улар барһа ине. – Если б они поехали.

а)
Һин ауылға китһәң ине.
Ул унда йәшәһә ине.
Һеҙ эште башлаһағыҙ ине.
Улар дарыу килтерһә ине.

4.
Диңгеҙҙә һыу инер инем. - На море я б купался.
Һыу – вода
Һыу инеү – купаться
Һыу инер – будет купаться
Һыу инер инем – я бы купался.


Сослагательное наклонение образуется при помощи аффиксов и вспомогательных глаголов.
1) -р+ ине (күрер ине – видел бы)
2) –асаҡ /-әсәк + ине (күрәсәк ине - должен был увидеть)

а)
Күрер ине
килер ине
ҡайтыр ине
йәшәр ине
торор ине
һатыр ине
кейер ине

б)
Мин күрер инем.
Һин күрер инең.
Ул күрер ине.
Беҙ күрер инек.
Һеҙ күрер инегеҙ.
Улар күрер инеләр.

5.
Азат ялға барасаҡ ине. – Азат должен был поехать на отдых.
Ял – отдых
Ялға барасаҡ – поедет на отдых
Ялға барасаҡ ине – должен был поехать на отдых

а)
Барасаҡ ине
Киләсәк ине
Йәшәйәсәк ине
Китәсәк ине
Һөйләйәсәк ине
Ятасаҡ ине
Эшләйәсәк ине

б)
Мин эшләйәсәк инем.
Һин эшләйәсәк инең.
Ул эшләйәсәк ине.
Беҙ эшләйәсәк инек.
Һеҙ эшләйәсәк инегеҙ.
Улар эшләйәсәк ине (инеләр).

в)
Азат Өфөлә уҡыясаҡ ине.
Әмировтар диңгеҙгә барасаҡ ине.

г)
Улар бөгөн килмәйәсәк ине.
Мин уның менән йәшәмәйәсәк инем.

д)
Һин Токиоға китәсәк инең түгелме?
Азат диңгеҙгә китәсәк ине түгелме?

6.
Күнегеүҙәр.

а)
Составьте предложения.

Азат, йәй, диңгеҙ, барғыһы, килә.
Әлиә, йәй, китаптар, уҡығыһы, килә.
Марат, клуб, компьютер, килә, барғыһы.
Ял, Морат, киләме, шахмат, уйнағың.
Булһа, каникул, Анапа, ине, барыр.
Ул, килһә, бөгөн, ине, беҙ.
Поезд, Сибай, булһа, бөгөн, ине.
Атай, ҡайтһа, цирк, инек, барыр.
Был, ятасаҡ, дауахана, аҙнала, ул, ине.

б)
Ответьте на вопросы.

Һинең Индияны күргең киләме?
Каникулда ҡайҙа барғың килә?
Урта диңгеҙҙә йөҙгөң килмәйме?
Өләсәйеңә ауылға барғың килмәйме?
Ауылға ҡайтһаң, нимә эшләйһең?
Лотерейға аҡса отһаң, нимә эшләр инең?
Президент булһаң, нимә эшләр инең?
Азат диңгеҙгә китәсәк инеме?
Был командала ул уйнаясаҡ инеме?
Банкоматҡа Азат барасаҡ инеме?
Азат банкоматҡа кем менән барасаҡ ине?
Ул дискеттар һатып аласаҡ инеме?

7.
Диалогтар.

а)
–Сәләм, Азат!
-Сәләм, Айбулат!
-Ҡайҙа бараһың?
-Вокзалға.
-Унда нимә эшләйһең?
-Поезға билет алам.
-Ҡайҙа?
-Адлерға. Ялға Ҡара диңгеҙгә барғым килә.
-Минең дә диңгеҙҙә йөҙгәм килә.
-Әйҙә, бергә китәйек.
-Әйҙә.

б)
–Алло!
-Алло!
-Асия, һинме?
-Эйе, мин, Гүзәл.
-Хәлдәр нисек, Асия?
-Яҡшы, мин каникулда.
-Мин дә. Һин каникулда ҡайҙа бараһың?
-Белмәйем.
-Ауылға барғың килмәйме?
-Килмәй шул.
-Улайһа, беҙгә килер инең.
-Белмәйем. Бәлки.
-Кил. Атайым менән әсәйем диңгеҙгә китәсәк. Беҙ һинең менән бергә күлдә йөҙөр инек, компьютерҙа уйнар инек.
-Һин дә диңгеҙгә китәсәк инең түгелме?
-Эйе, мин дә әсәйҙәр менән китәсәк инем, әммә өйҙә кеше юҡ. Шуға мин бармайым.
-Ярай, рәхмәт. Мин килермен.
-Кил, көтәм.
-Һау бул.
-Һау бул.

8.
Коммуникатив заданиелар

Составьте небольшой рассказ о поездке на море.
Распросите маму о том, как можно добраться до Мертвого моря.
Спросите одноклассника, был ли он на Канарах.
Расскажите о своих планах на летние и зимние каникулы.
Распросите об отдыхе в молодежных лагерях.