Печать
Просмотров: 20141

Азат, һин магазинға барҙыңмы?

Азат, ты ходил в магазин?

1.
Магазин – магазин
Баҙар – рынок


Компьютерҙар магазины – магазин компьютеров
Үҙәк баҙар – центральный рынок

а)
Магазинға барҙыңмы?
Баҙарға барҙыңмы?
Киоскыға барҙыңмы?

б) Был магазинда нимә бар?
Был магазинда кофе бармы?

в)
Был ниндәй магазин?
Был магазинмы?
Был компьютерҙар магазинымы?

г)
–Был “Матрица” магазинымы?
-Эйе.
-Был “Техно” магазинымы?
-Юҡ.
-Был “Самрау” магазины түгелме?
-Түгел.

д)
–“Техно” магазинында нимә бар?
-Телевизор бар.
-“Самрау” магазинында компьютер бармы?
-Юҡ.
-Ниндәй магазиндарҙа компьютерҙар бар?
-“Евроком”, “Онлайн”, “Аск”, “Техника һәм технология” һәм башҡалар.

2.
Магазиндан һин нимә алдың? – Что ты купил в магазине?
Ал – бери, купи
Бир – дай
Түлә - плати
Үлсә - взвесь

а)
Компьютер алдыңмы?
Телефон алдым.
Пейджер алдым.

б)
Улар мебель алған.
Беҙ машина алдыҡ.
Атайым кеҫә телефоны алды.

в)
Миңә кассета бирегеҙ.
Беҙгә принтер бирегеҙ.

г)
Кассаға түлә.
Мин түләйем.
Сканер өсөн кем түләй?
Ноутбук өсөн мин түләнем.

д)
Миңә кәнфит үлсә.
Уға печенье үлсә.
Миңә кәнфит үлсәнеңме?

3.
Кассета нисә һум тора? – Сколько стоит кассета?
Һум – рубль
Тәңкә - рубль
Тин – копейка
Аҡса – деньги

а)
Нисә һум тора?
Нисә тәңкә тора?

б)
Биш һум
Өс тәңкә
Егерме тин
Йөҙ һум
Илле һум алтмыш тин

б)
Аҡса юҡ
Аҡсам юҡ
Минең аҡсам күп
Аҡса алдым
Мин уға аҡса бирҙем
Беҙгә мең һум аҡса кәрәк

в)
–Азат, аҡсаң бармы?
-Бар.
-Азат, аҡса кәрәкме?
-Эйе.

г)
-Әсәй, аҡса бир.
-Нисә һум?
-Йөҙ һум.
-Мә, ал.

4.
Күпме тора? – Сколько стоит?
Күпме – сколько, много ли, какое количество

а)
Кеҫә телефоны күпме тора?
Картридж күпме тора?
Наушник күпме тора?
“Тойота” күпме тора?
“Һонда” машинаһы күпме тора?

б)
–Наушник күпме тора?
-Йөҙ һум.
-Велосипед күпме тора?
-Өс мең.
-Кеҫә телефоны күпме тора?
-Ике мең һум.

5.
Ни хаҡ тора? – Сколько стоит?
Хаҡ – цена
Ни хаҡ? – сколько?
Ни хаҡ тора? – Сколько стоит?

а)
–Магнитофон ни хаҡ тора?
-Биш мең.
-Компьютер ни хаҡ тора?
-Утыҙ мең.
-Машина ни хаҡ тора?
-Ике йөҙ мең.
-Телефон ни хаҡ тора?
-Ике мең һум.

6.
Ҡыйбатмы? – Дорого?
Ҡыйбат – дорого
Осһоҙ – дешево

а)
Машина ҡыйбат.
Компьютер ҡыйбат.
Скейтборд ҡыйбат.

б)
Нимә осһоҙ?
Был осһоҙмо?
Был ҡыйбат түгелме?

в)
Был машина осһоҙ.
Был машина осһоҙораҡ.
Был компьютер ҡыйбат.
Был компьютер ҡыйбатыраҡ.


-раҡ/- рәк – аффиксы сравнительной степени
прилагательных и наречий


йылы – йылыраҡ – теплее
һыуыҡ – һыуығыраҡ –холоднее
ҡыйбат – ҡыйбатыраҡ – дороже
осһоҙ – осһоҙораҡ – дешевле
әҙ - әҙерәк – меньше
күп – күберәк – больше
яҡшы – яҡшыраҡ – лучше
насар – насарыраҡ – хуже

7.
Азат, һин икмәк алдыңмы? – Азат, ты купил хлеба?


Икмәк – хлеб
Һөт – молоко
Сәй – чай
Май – масло
Шәкәр – сахар
Ит – мясо
Һыу – вода
Балыҡ – рыба
Ҡаймаҡ – сметана
Тоҙ – соль

а)
Икмәк алдым.
Май алдым.
Шәкәр алдым.
Ит алдыҡ.
Һөт алдыҡ.

б)
–Азат, икмәк алдыңмы?
-Эйе.
-Азат, сәй алманыңмы?
-Юҡ.
-Азат, ниңә май алманың?
-Белмәнем.
-Һин шәкәр алманыңмы?
-Алманым.
-Ниңә ит алманың?
-Аҡсам булманы.

в)
–Миңә һөт кәрәк.
-Ун һум.
-Миңә сәй, май бирегеҙ.
-Егерме туғыҙ һум.

г)
–Май күпме тора?
-Егерме алты һум.
-Минераль һыу күпме тора?
-Ун ике һум.

д)
–Һеҙҙә балыҡ бармы?
-Бар.
-Ит бармы?
-Юҡ.

е)
–Был тоҙмо?
-Эйе.
-Был маймы?
-Түгел.

8.
Һин ашаныңмы? – Ты поел?
Аша – ешь, кушай
Эс – пей

а)
Ит ашай.
Икмәк ашай.
Май ашамай.

б)
–Һин ит ашайһыңмы?
-Эйе, ашайым.
-Һин май яратаһыңмы?
-Яратам.

в)
Һыу эсә.
Һөт эсмәй.
Кофе эсә.
Какао эсмәй.

г)
–Марат, ашаныңмы?
-Эйе.
-Марат, нимә ашаның?
-Ит, икмәк, май, салат.
-Һин нимә эстең?
-Минераль һыу эстем.

9.
Әсәй, аш бешерҙеңме? – Мама, суп сварила?
Аш – суп
Бешереү – варить, стряпать, готовить
Аш бешереү – варить суп
Бутҡа – каша
Бутҡа бешереү – варить кашу
Салат – салат
Салат эшләү- делать салат
Һурпа – бульон
Һурпа ҡойоу – залить бульоном

а)
Аш бешереү.
Бутҡа бешереү.
Салат эшләү.

б)
Мин аш бешерәм.
Һин аш бешерәһең.
Ул аш бешерә.
Беҙ аш бешерәбеҙ.
Һеҙ аш бешерәһегеҙ.
Улар аш бешерә.

в)
Булат бутҡа ашай.
Атай аш ашай.
Ләйсән салат ашай.

г)
–Һин нимә бешерәһең?
-Бутҡа.
-Азат нимә ашай?
-Салат.
-Илнур һурпа эсәме?
-Юҡ, эсмәй.
-Нур аш яратамы?
-Эйе, ярата.

10.
Аштарығыҙ тәмле булһын! – Приятного аппетита!
тәмле – вкусный
тәмһеҙ – невкусный
тоҙло – соленый
тоҙһоҙ – несоленый
әсе – горький, кислый
сөсө - пресный
татлы – сладкий

а)
Тәмле аш.
Аш бик тәмле.
Бөгөн аш тәмһеҙ.
Аш тоҙло.
Тоҙһоҙ аш.
Әсе ҡатыҡ.
Сөсөс икмәк.
Әсе борос.

б)
–Аш тәмлеме?
-Эйе.
-Салат тоҙломо?
-Юҡ.
-Сәй татлымы?
-Юҡ.

в)
Һиңә тәмле аш!
Һеҙгә тәмле аш!

г)
–Аштарығыҙ тәмле булһын!
-Рәхмәт.
-Аштарығыҙ тәмле булһын!
-Бергә булһын.

11.
Күнегеүҙәр.

а) Переведите.

Һөт, балыҡ, һыу, аҡса, май, икмәк, ал, бир, бешер, аша, эс.
Это мясо. Мясо очень дорогое. В магазине нет мяса. На базаре есть мясо. Мясо стоит 80 рублей. Я люблю мясо. У нас есть компьютер. Мы его купили в магазине “Кламас”. Наш компьютер очень дорогой. Он дороже компьютера Азата.

б)
Ответьте на вопросы по-башкирски.

Что ты ел вчера?
Вы варили суп?
Ты любишь чай?
Что ты купила в магазине “Зифа”?
Сколько стоит сотовый телефон?

в)
Прочитайте и выучите стихотворение

Матур булып үҫәйем

Тәмле генә баллы сәй
Яһап бирҙе миңә әсәй.
Бөтөргәнсе эсәйем,
Мин тиҙерәк үҫәйем.
Ана, иҙәндә бесәй
Үсеккән, һөтөн эсмәй,
Үсеккәнгә гел шулай
Бәләкәй булған, үҫмәй.

Вафа Әхмәҙиев

г)
Составьте предложения.
Барҙыҡ, кисә, магазин.
Магазин, алдыҡ, һөт, май, сәй, икмәк.
Ит, тора, һум, 120, бында.
Мин, ярат, лимонлы, сәй.
Ауыл, магазин, түгел, күп.
Скейтборд, был, тора, күпме.

12.
Диалогтар.

а)
–Һаумыһығыҙ!
-Һаумыһығыҙ!
-Һеҙҙә балыҡ бармы?
-Ниндәй балыҡ?
-Тоҙло балыҡ.
-Бар.
-Миңә ярты кило балыҡ бирегеҙ.
-Рәхим итегеҙ, етмеш һум.
-Бына.
-Рәхмәт.

б)
–Азат, магазинға барҙыңмы?
-Эйе.
-Нимә алдың?
-Икмәк, һөт, май.
-Аҡса бармы әле?
-Эйе.
-Балыҡ, сыр, һыу ал.
-Ярай, әсәй.
-Рәхмәт.

в)
–Алло!
-Алло!
-Был “Еврокоммы”?
-Эйе.
-Һеҙҙә кеҫә компьютеры бармы?
-Бар.
-Ҡыйбатмы?
-Түгел.
-Күпме тора?
-Биш мең.
-О-о-о!

г)
–Һаумыһығыҙ!
-Һаумыһығыҙ!
-Баҙар нисек?
-Яҡшы.
-Ит күпме тора?
-Йөҙ һум.
-Миңә ике кило ит.
-Рәхим итегеҙ.
-Күпме?
-Ике йөҙ һум.
-Рәхим итегеҙ.
-Рәхмәт.

13.
Коммуникатив заданиелар

Спросите, была ли мама на Колхозном рынке?
Узнайте, что она купила.
Узнайте, что продается в магазине “Знание”.
Спросите, есть ли в магазине “Матрица” компьютеры, сотовые телефоны.
Спросите, сколько стоит сотовый телефон.