Печать
Просмотров: 28768

Азат, адресығыҙ нисек?

Азат, какой у вас адрес?

1.
Адресығыҙ нисек? –Какой у вас адрес?

а)
адресым – мой адрес
адресың, һинең адресың – твой адрес
адресы - его адрес
адресыбыҙ - наш адрес
адресы - их адрес

б)
минең адресым – мой адрес
һинең адресың - твой адрес
уның адресы - его (ее) адрес
беҙҙең адресыбыҙ – наш адрес
һеҙҙең адресығыҙ - ваш адрес
уларҙың адресы - их адрес

2.
Адресыбыҙ: - Наш адрес:
Башҡортостан Республикаһы,
450001, Өфө,
Салауат Юлаев урамы, 10
Телефон 50-25-37
Факс 50-25-77

а)
–Азат, адресың нисек?
–Адресым: Ҡырҡ биш, өс нуль, ике, Өфө, Туҡай урамы, 7-се һанлы йорт, 10- сы фатир.
450002
Өфө, Туҡай урамы,
7–10

Коды нисек?
Өйҙөң коды
Фатирҙың коды
Өйөбөҙҙөң коды
Фатирыбыҙҙың коды

б)
Беҙҙең код.
Минең кодым.
Уның коды.

в)
–Алло!
–Алло!
-Сәләм, Тимур.
–Ә, Айбулат, һаумы.
–Тимур, мин һиңә киләм.
–Рәхим ит. Адресты беләһеңме?
–Эйе, беләм.
–Ә кодты?
–Юҡ, белмәйем.
–Беҙҙең код: – 019
–Рәхмәт.
-Рәхим ит.

3.
Бына визиткам. – Вот моя визитка.
Бына визитка. – Вот визитка.

а)
Бына минең визитка.
Бына уның визиткаһы.
Бына Алмаздың визиткаһы.

б)
-Азат, адресың нисек?
-Бына визиткам, рәхим ит.
-Рәхмәт.
-Һинең визиткаң бармы?
-Бар, рәхим ит.
-Рәхмәт.

в)
Был Азаттың визиткаһы:

Закиров Азат Варис улы
453640
Сибай, Зәки Вәлиди урамы, 20–37
Телефон – 2-25-17

4.
Телефонығыҙ бармы?– У вас есть телефон?
Телефоным
Телефоның
Телефоны
Телефоныбыҙ
Телефонығыҙ
Телефоны

а)
Һинең телефоның бармы?
Уның телефоны юҡмы?

б)
-Телефоның бармы?
–Бар.
-Уларҙың телефоны бармы?
-Юҡ.
-Был һинең телефонмы?
–Түгел.

в)
-Азат, телефоның бармы?
–Бар.
–Илгиздең телефоны юҡмы?
-Бар.

5.
Номеры нисек?– Какой номер?
Өй номеры. – Номер дома.
Телефон номеры. – Номер телефона.
Машина номеры. – Номер машины.

а)
Өйҙөң номеры.
Өйҙөң номеры нисек?
Өйөгөҙҙөң номеры нисек?

б)
Телефонығыҙҙың номеры нисек?
Телефоныбыҙҙың номеры : 37-19-12.

в)
–Телефонығыҙ бармы?
–Бар.
–Номеры нисек?
-31-15-67.
–Рәхмәт.
–Телефоның бармы?
–Бар.
–Номеры нисек?
–Бына визиткам.
–Рәхмәт. Бына минең визиткам.
–Рәхмәт.

6.
Кеҫә телефоны.- Сотовый телефон.
Был кеҫә телефоны. – Это сотовый телефон.
Минең кеҫә телефоным. – Мой сотовый телефон.
Минең кеҫә телефоным бар. - У меня есть сотовый телефон.

а)
–Был нимә?
-Кеҫә телефоны.
–Был кеҫә телефонымы?
–Эйе.
–Был кеҫә телефоны һинекеме?
–Юҡ.
–Һинең кеҫә телефоның бармы?
–Бар.
–Азаттың кеҫә телефоны юҡмы?
–Юҡ.
–Был Азаттың кеҫә телефонымы?
-Түгел.
–Был кеҫә телефоны кемдеке?
–Ләйсәндеке.

б)
–Илгиз, сәләм!
-О-о-о, Гөлнара, сәләм!
–Ҡайҙан?
–Кинонан, ә һин?
–Мин Олянан.
–Шулаймы?
–Эйе.
–Уның адресы нисек? Телефоны бармы?
–Бына адресы, бына кеҫә телефоны.
–Рәхмәт. Ә һинең кеҫә телефоның бармы?
–Бар.
–Номеры нисек?
-8 917 136 59 02
–Рәхмәт. Бына пейджером: 220201 (абонент “Урал”)
–Рәхмәт. Һау бул.

7.
Был 23-19-79 номер түгелме ни? - Разве это не номер 23-19-79?

а)
Был 2-15-18 номер. – Это номер 2-15-18.
Был 2-17-19 номермы? - Это номер 2-17-19?
Был 2-18-22 номер түгелме? – Это не номер 2-18-22?
Был 23-19-79 номер түгелме ни? –Разве это не номер 23-19-79?

б)
–Алло!
–Алло!
–Кәрим, был һинме?
–Юҡ.
–Был 23-19-79 номер түгелме ни?
–Түгел.
–Ғәфү итегеҙ.
–Бер ни түгел.

8.
Күнегеүҙәр.

а)
Переведите.

–Азат ҡайҙа йәшәй? Уның фамилияһы нисек?
–Адресы нисек? Өйҙә телефоны бармы?
–Уның кеҫә телефоны бармы?
–Номеры нисек?
–Бына визиткам.
–Ғәфү итегеҙ, был 3-19-21 номермы?
–Ғәфү итегеҙ, был 5-19-27 номер түгелме?
–Юҡ, түгел.

б)
Составьте предложения.

Азат, Сибай йәшәй.
Азат, адрес, белә, мин.
Ул, Вәлиди, урам, Зәки, йәшәй.
Улар, йорт, 21, һанлы, фатир, номер, 48.
Өй, телефон, бар.
Улар, телефон, номер, 3-12-20.
Азат, кеҫә, бар, телефон.
Номер, мин, белмәй.

в)
Ответьте на вопросы.

Азат ҡайҙа йәшәй?
Мараттың адресы нисек?
Һинең адресың нисек?
Өй телефоның бармы?
Кеҫә телефоның нисек?
Визиткаң юҡмы?
Был 3-19-21 номер түгелме?

г)
Прочитайте, переведите родословные некоторых башкирских родов, укажите их “адреса”.

Бөрйән ырыуы
Ырыуым – бөрйән, Ырыуым – бөрйән,
Ҡошом – төйләгән, Ағасым – имән,
Тамғам – таяҡ, Ҡошом – бөркөт,
Илем – Баймаҡ, Телем – башҡорт.
Ағасым – ерек,
Тауым – Ирәндек,
Дошманым – Тәфтиләү,
Бошҡаным – “уф” тимәү.

Ағасы – имән,
Ҡошо – ҡоҙғон,
Ораны – Аҡтуған,
Тамғаһы – яғалбай.
Тамъян ырыуы Түңгәүер ырыуы
Ырыуым – тамъян, Ҡошом – һайыҫҡан,
Ҡайҙа ла ҡаным тамған, Ағасым – ерек,
Ҡошом – ыласын, Тамғам – ярым ай,
Йәйгән ҡоласын, Ораным – ҡуңғырат,
Эскәнем – Ҡыҙыл, Эскән һыуым – Һаҡмар,
Ҡулдарым – ҡыҙыу. Төйәгем – Юлдыбай.

9.
Диалогтар

а)
–Сәләм, Айбикә!
–Сәләм, Буранбай!
–Айбикә, Камила өйҙәме?
–Ул техникумда.
–Кеҫә телефоны бармы?
–Бар. Номеры кәрәкме?
–Эйе, мөмкинме?
–Рәхим ит, 8 902 260 35 32
–Рәхмәт!
–Бер ни түгел.

б)
–Алло!
–Алло!
–Һаумы, Кәримә!
–Һаумыһығыҙ! Был Иҙелме?
–Эйе, мин.
–Хәлдәр нисек, Иҙел?
–Яҡшы, рәхмәт. Кәримә, Айтуғандың адресы кәрәк.
–Шулаймы?
–Эйе, бик кәрәк.
–Рәхим ит. Һәҙиә Дәүләтшина урамы, 10-сы йорт, 22-се фатир
–Рәхмәт, телефонын белмәйһеңме?
–Өй телефонын беләм. 25-18-60
–Ә кеҫә телефоны?
–Белмәйем.
–Рәхмәт.
–Бер ни түгел.
–Һау бул!
–Иҫән –һау бул.

10.
Коммуникатив заданиелар

Узнайте, адрес Нурсултана.
Узнайте, телефон Зульфии.
Спросите, какой номер дома у Буранбая.
Спросите, есть ли телефон у Рамзии.
Узнайте, у мамы номер сотового телефона отца.
Спросите у Алии адрес Рамиля Султанова.
Спросите, есть ли у Азата сотовый телефон.
Узнайте, номер дома, квартиры, телефона, факса Алсу.
Узнайте у сестры, адрес брата.